Ҡыҫҡаса...15.04.2015
Ватиканда Рим папаһы үҙ фекерен әйткәндән һуң төрөк-әрмән низағы яңынан ҡуйырҙы. “Әрмәндәрҙе ҡырыу – XX быуатта иң оло фажиғәнең береһе”, – тине Папа Еревандан килгән делегация алдында.
Анкара үҙ сиратында мәсьәләне асыҡлау өсөн илсеһен ебәрҙе.
***
Арктикалағы глобаль йылыныу, тәбиғәттең үҙгәреүе ундағы 201 хайуан һәм 195 ҡош төрөнә зыян килтереүе ихтимал.
***
Ғинуарҙа Американың Конвей ҡалаһында йәшәгән 37 йәшлек балыҡсы яхтаһында балыҡ тоторға юллана һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Ул 66 көн буйына диңгеҙҙә юғалып йөрөй. Ошо көндәрҙә уны кәмәһе менән түңкәрелгән килеш табалар. Шуныһы ғәжәп: балыҡсы иҫән була.
***
19 апрелгә ҡәҙәр Таиландта Яңы йылды байрам итәләр. Халыҡ урамға сығып, бер-береһенә һыу һибешеп күңел аса. Хатта был көндәрҙә полиция хеҙмәткәрҙәрен дә һыуға ҡойондорорға рөхсәт ителә.
***
Рәсәй Хөкүмәте пластик һауытта иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүҙе хупланы.
***
7 апрелдән Рәсәйҙә йыл һайын ҡабатланған “Тоталь диктант” яҙыу башланды. 18-ендә акцияла йырсы Дмитрий Билан ҡатнашасаҡ. Ул телетапшырыуҙар алып барыусы Александр Архангельский һәм әҙәби тәнҡитсе Галина Юзефович менән Мәскәү дәүләт педагогия университетында диктант тексын уҡыясаҡ.
***
Рәсәй дауаханаларында үлем осраҡтары артҡан. Иҫәп палатаһы тикшергән һөҙөмтәләр буйынса, 17 мең 500 ауылда бер ниндәй ҙә медицина ярҙамы күрһәтеү урыны юҡ.
***
Тиҙҙән илдә ҡытай теле буйынса мәктәп олимпиадалары үткәрелә башлаясаҡ, ти мәғариф белгестәре.
***
Ҡар иреү сәбәпле, Алтай крайында 16 ауыл, ҡасабаны һыу баҫҡан.
***
Бөйөк Ватан һуғышында республиканың һәләк булған һәр яугире хөрмәтенә ағас ултыртыласаҡ. Был эш 18 һәм 25 апрелдәге өмәләрҙә башҡарыласаҡ.
***
Өфөлә өс айҙа 56 автомобилгә “айыу майы һөрткәндәр”. Уларҙың 35-е генә табылған.
***
Баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә “Мәҙинә” мәсете асылды.
***
Благовар ҡошсолоҡ заводы яңы ҡаҙ тоҡомон уйлап сығарҙы. Селекция эше 2007 – 2014 йылдарҙа алып барылған. “Уральские серые” тип аталған ҡаҙ үҙенең күп үрсем биреүе, сыҙамлылығы менән отошло. Уның тере килеш ауырлығы 6,5 килограмға етә икән.