Һорауҙарығыҙ булһа...15.04.2015
16 апрелдә көндөҙгө сәғәт 2-нән Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, “Үҙәк баҙар” туҡталышы) хеҙ­мәт ҡануниәтен үтәү, хеҙмәт килешеүҙәре төҙөү һәм тарҡатыу, эш, ял ваҡыты, хеҙмәткә түләү һәм уны һаҡлау мәсьәлә­ләре буйынса граждандар менән осрашыу ойошторола. Сараны Башҡорт­остандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина үткәрә. Ҡабул итеү башланғанға тиклем бер сәғәт алдан теркәлеү шарт. Белешмәләр өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

***
17 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Туймазы ҡалаһында (Октябрь майҙаны, 1-се йорт, 21-се бүлмә) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов граждандарҙы ҡабул итә.


Вернуться назад