Етештергәнеңде үҙең һат15.04.2015
Өфөлә фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙың тауары менән сауҙа итеү өсөн яңы майҙансыҡтар асылды.
Әле йәрминкәләр баш ҡаланың Эшсе хәбәрселәр, Ухтомский, Р. Зорге, Боровая урамдарында, Өфө – Затон трассаһында эшләй.
1 – 7 апрелдә ошондай сауҙа сараһында 0,4 тонна бал, 10,5 тонна картуф, 14,4 тонна йәшелсә, 3,7 тонна ит, 560 тоннанан ашыу һөт һәм һөт ризығы, 2,4 тонна икмәк-ҡалас, шулай уҡ тәм-том, балыҡ һатылған. Йәмғеһе туғыҙ фермер йәрминкәһен ойоштороу күҙаллана. Улар көн һайын эшләйәсәк.