Башҡортостан халыҡтары ҡор йыя15.04.2015
28 апрелдә Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының
III съезы уҙғарыла.
Ойошма республикала йәшәгән милләт вәкилдәренең рәсми теркәлгән 30-ҙан ашыу милли-мәҙәни йәмғиәтен берләштерә. Уның төп бурыстарының береһе – власть органдары менән милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға, Башҡортостанда тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән һөҙөмтәле һөйләшеү алып барыу.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Әхәт Мостафин әйтеүенсә, уҙғарыласаҡ съездың программаһы киң һәм төрлө.
– Ассамблеяның Уставына үҙгәреш индерергә теләйбеҙ. Әле Советта бер рәйес эш итһә, киләсәктә тиң хоҡуҡтарға һәм бурыстарға эйә булған өс рәйестәш һайланасаҡ. Улар Башҡортостанда йәшәгән төп өс халыҡты сағылдырыр, моғайын, – тине ул.
Съезда Ассамблея Советының яңы составы һайланасаҡ. Форумда ҡатнашыусылар милли-мәҙәни үҙәктәрҙең халыҡ ижады күргәҙмәһе, яңы китаптар, белем биреү программалары менән дә танышасаҡ.