Һәр мәсьәлә мөһим, көнүҙәк15.04.2015
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы 23 апрелдә уҙа, 50-гә яҡын мәсьәлә тикшереләсәк.

Президиум ултырышында Башҡортос­тан Контроль-иҫәп палатаһының былтырғы эш һөҙөмтәләренә ҡағылышлы отчеты, Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын үтәү тураһындағы доклады тыңланасаҡ. Хөкүмәт сәғәтендә депутаттар ветерандарға социаль ярҙам күрһәтеү сараларын тикшерәсәк.
Туғыҙ закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителәсәк. Улар араһында ”Ерҙәрҙе мелиорациялау тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр инде­реү тураһында”ғы, “Башҡортостан Респуб­ликаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында” Башҡорт­ос­тан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекттары бар. Ә “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”, “Башҡортостан Республика­һында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойош­маларға дәүләт ярҙамы тураһында”, “Башҡортостан Республика­һын­да ғилми һәм ғилми-техник эшмәкәрлек тураһында”­ғы закон проекттары тәүгә тикшереләсәк. Парламентарийҙар өс федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү буйынса Дәүләт Йыйылы­шының закон сығарыу башланғысын, республика Прокурорының Башҡортостан закондарын­дағы айырым положениеларға протесын, Дәүләт Йыйылышының Дума рәйесенә федераль закон проектын ҡарауҙы тиҙләтеү тәҡдиме сағылған мөрәжәғәтен, шулай уҡ 13 федераль закон проектын тикшерәсәк.




Вернуться назад