Ирекмәндәргә ихтыяж ҙур15.04.2015
Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяповтың фекеренсә, ирекмәндәр Өфөлә үткәреләсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарының үҙенсәлеге буласаҡ.

Халыҡ-ара форумда эшлә­йә­сәк 500 ирекмән өсөн күнекмәлә ул ошо турала һөйләне.
– Былтыр беҙ Бразилияла үткә­релгән БРИКС саммитына һәм Дүшәнбелә уҙға­рыл­ған ШОС дәүләттәре башлыҡтарының ултырышына барҙыҡ. Был сараларҙа ирек­мәндәрҙе осратманыҡ. Белмәгән-күрмәгән ҡалала тәғәйен урынға барып етеүе ҡыйынға төштө. Өфөлә ирекмәндәр ҡунаҡ­сыл­лығыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек биреп, сараның үҙенсәлегенә әүерелер тип ышанам, – тине Руслан Мирсаяпов.
Биш этаптан торған күнекмәнең һәр береһен төркөмдәр шәхси күрһәтмәгә ярашлы үтергә тейеш ине. Улар эш сифаты һәм һөҙөмтәлелеге, аралашыу һәләте, командала үҙ-ара һыйы­шыу, ШОС һәм БРИКС илдә­ре­нең мәҙәниәтен һәм үҙен­сә­лек­тәрен белеү кеүек бурыс­тарҙы сағылдырҙы.
Саммиттарҙа ирекмән булыу теләген белдереп 9 500 кеше ға­риза биргән. Шуларҙың 3 500-ҙән ашы­уы ошо йүнәлештә уҡыны, әңгәмә­ләрҙә ҡатнашты. Халыҡ-ара саммит­тарҙа эшләү өсөн 500 ирекмән һайлап алынды.



Вернуться назад