“Янғантау” шифаханаһының элекке етәксеһе Рәмил Бәҙретдинов “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнде.
Ул оҙаҡ йылдар етәкселек иткән “Янғантау” шифаханаһы яҡшы күрһәткестәре менән танылды. Ә “Йәшел сауҡалыҡ”та һуңғы йылдарҙа тейешле иҡтисади алға китеш күҙәтелмәй, шуға күрә Бәҙретдинов алдына хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү бурысы ҡуйылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: “Янғантау” шифаханаһы Бөтә Рәсәй бизнес-рейтингында “Шифахана-курорт учреждениеларының эшмәкәрлеге” тигән категорияла өсөнсө урын алғайны. Илдә танылыу яулаған шифаханаға артабан Энгельс Ҡолмөхәмәтов етәкселек итәсәк. Ул Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. 2007 – 2011 йылдарҙа бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы буйынса элекке баш федераль инспектор, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесенең урынбаҫары булды.
Р. ВӘЛИЕВА.