Сирләмәүең мең артыҡ14.04.2015
Ошо йылдың 12 мартында таң һарыһынан тороп, кистән ашамай-эсмәй, Республика клиник дауаханаһына анализдар тапшырырға юл тоттом. Аяҡ йөрөмәгәнлектән, машина менән кермәксе булып, дауахананың ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаныҡ. Водитель, документтарын алып, контроль-үткәреү будкаһына юлланды, әммә унда оҙаҡ ҡына торһа ла, серле шлагбаум күтәрелмәне. Мин ишара яһай башланым.

Әллә мине йәлләпме, әллә арттан машиналар ҡысҡырта башлауға иғти­бар итепме, будканан мыҡты ғына кәүҙәле бер ир килеп сыҡты ла аңлата башланы. Машина менән керер өсөн дауалаған табиптан рөхсәт алырға кәрәклеген белдерҙе. Анализ бирергә килгәс, начальниктарының телефонын үтенеп һорай башлағайным, юҡ, тинеләр. Һис тә булмаһа, үҙҙә­ренең машинаһы менән диагностика корпусына илтеүҙәрен һорайым — юҡ. Нисек кенә өгөтләп ҡараһам да, киҫкен яуап — юҡ! Шулай гәпләшә торғас, теге серле будканан галс­туклы начальник килеп сыҡты. Уның артынса типһә тимер өҙөрҙәй йәнә ике ир, беҙгә киҫкен ишара яһап, машинаны ҡапҡа төбөнән алырға ҡушты.
Ни хәл итәһең, ваҡыт уҙа, сәғәт туғыҙ тулып килә, һигеҙҙә бирелә торған ҡан һаман тапшырылмаған. Шунан ниңә тыуғаныма үкенеп, киттем Минһажев урамы буйлап корпусҡа йәйәү инә торған ҡапҡаны эҙләп. Баҡһаң, унда ла беҙҙе бер кем дә көтмәй. Машина ҡуйырға урын юҡ. Йәнәшәлә трамвайҙар йөрөп тора. Шунда уҡ туҡталыш. Ә ҡан бирергә кәрәк. Водитель ҡойма буйына машинаһын ҡуйҙы ла мине ҡултыҡлап алып китте. Юл боҙлауыҡ — тайғаҡ, атлап булмай, аяҡ тала, көҙән йыйыра. Шунда ҡысҡырып ила — бер кемгә лә бер ни кәрәкмәй…
Бына шулай интегә-интегә сәғәт 9-ҙа шул корпусҡа барып керҙек. Унда халыҡ — ата улын, инә ҡыҙын белмәҫ. Барыһы ла бер мөйөшкә тығылған. Анализ бирәләр: кемгә — бушлай, икенсегә — аҡсаға, өсөнсөһө башҡа йомошо менән, дүртенселәр договор төҙөй… Барыһы ла бер мөйөштә.
Сиратҡа баҫыуын-баҫтым, тик дөрөҫ тормайбыҙ икән. Башта икенсе ҡатҡа менеп, килешеү ҡағыҙы алырға кәрәк булған, ә аҡсаны беренсеһендә түләргә. Анализды иһә дүртенсеһендә алалар. Был осраҡта диагностика корпусы медицина өлкәһендәге өр-яңы технологиялар буйынса төҙөлгән, ә, урыҫса әйткәндә, “принцип одного окна” ҡаралмаған.
Аҡса тигәндән, ҡан буйынса ике төр анализ өсөн минән 2820 һум аҡса алмаһындармы?! 90 һумы — анализды алған, тикшереү үткәргән кешегә түләү. Күрәһең, эшҡыуар. Ә ҡалғаны хәйер тиһәң, хәйер түгел, бушҡа тиһәң, бушлай түгел: барыһы ла бер исем менән урыҫса “медицинские услуги” тип атала. Барыһы ла ҡулдан — аҡсалата, бер ниндәй электрон түләү юҡ.
Ниһайәт, беренсе ҡаттағы сәскәләр, гөлдәр үҫкән, ҡоштар һайраған ерҙә сәғәт 10-да атаҡлы 107-се кабинетҡа сиратҡа баҫтыҡ. Килешеү-квитанция — ҡулда, ҡан бирәһе генә ҡалды. Бер аҙ тыныс­лана төшкәс, машина иҫкә төштө. Водитель сығып ҡараһа, автомобиль юҡ, эвакуатор алып киткән. Егет машинаны юллап китте, ә мин аяҡ-ҡулһыҙ ҡалдым. Шулай ҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай анализ­дарҙы бирҙем. Хәҙер ҡайтыу яғын ҡайғыртырға кәрәк.
Ярай әле, кеҫәлә телефон бар, әҙерәк аҡса ла ҡалды. Шулай итеп, сәғәт 2-ләргә өйгә ҡайтып еттем. Ә минең водитель киске сәғәт 6-ларҙа ғына машинаһын алған. Әлбиттә, штрафын түләп, бөтөн хәйер-фатихаһын биреп... Бына шулай, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. Көлһәң — көл, илаһаң — ила...
Ә хәҙер дауахана етәкселәренә ҡарата һорауҙар тыуа. Ниңә ҡапҡа төбөндә бер ниндәй аңлатма юҡ? Минең кеүек аяҡһыҙға ни эшләргә? Бигерәк тә ауылдан килгән сирлеләргә ауыр бит. Мин ҡала кешеһе булып та күпме һорауҙар тыуа... Ә бит этләтмәй генә мәсьәләне еңел хәл итергә була ла инде. Дауахананың дежур машинаһы менән мине диагностика корпусына илтеп, һуңынан кире сығарырға мөмкин ине. Машинаға һаҡ хеҙмәткәрен ултыртып, кире сығарып ҡуйырға ла була. Был осраҡта миңә бер ниндәй ярҙам күрһәтелмәне. Бының өсөн артыҡ аҡыл да, матди сығым да кәрәкмәй. Дауахана персоналы сирлегә ихтирам менән ҡарарға бурыслы. Ә хөрмәт тигән нәмә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренмәй, дөрөҫөрәк әйтһәң, ғөмүмән, юҡ.
Икенсенән, беҙҙең машинаны штраф туҡталҡаһына алып киттеләр. Был күктән төшкән мәсьәлә түгел. Көн талабы, икенсе төрлө әйткәндә, юл йөрөү ҡағиҙәһе. Был да уйланып эшләнгән сара түгел. Республика халҡын хеҙмәтлән­дергән дауахана янына машинаны ҡуйырға ярамай, ғөмүмән, яҡын килеп булмай. Парковка урындары менән тәьмин итеү юҡ, һорап тормайса машинаны алалар ҙа китәләр.
Был квартал яңынан һүтеп ҡоролдо: троллейбус депоһын алдылар, ҡаҙан­лыҡты һәм башҡа ваҡ-төйәк бина­ларҙы һүттеләр, бушаған урынды 12 ҡатлы йорттар менән тултырҙылар. Ә республика дауаханаһы ауыҙын асып ҡалды: уның уртаһында автотуҡталҡа яһарға була инеме? Әлбиттә, мөмкин. Дауахана хужаларын, район һәм ҡала хакимиәтен халыҡтың һаулығы ҡыҙыҡ­һындырмай, күрәһең. Водителдәргә “машинаны дөрөҫ урынлаштырығыҙ, урамда ҡалдырмағыҙ” тигән талап ҡуйылыр алдынан мәсьәләне башта юғары даирәләрҙә “түңәрәк өҫтәл” янында тикшереү яҡшыраҡ түгелме икән?!
Ярай әле мин ­– Өфө кешеһе ҡайҙа нимә урынлашҡанын беләм. Ә алыҫ төбәктәрҙән килгән, бер нәмә белмәгән кешегә ни эшләргә? Бәлки, ошо мәсьә­ләләр өсөн яуаплы кешеләр аңлатма бирер? Кәрәкһә, дөрөҫ тип тапма­һалар, мине төҙәтерҙәр.






Вернуться назад