Ҡарт ағас күрһәң, хәбәр ит14.04.2015
Өфө ҡалаһы хакимиәте халыҡты ҡороған ағастар тураһында коммуналь хеҙмәттәргә хәбәр итергә саҡыра.

Хакимиәттә билдәләүҙәренсә, кешеләр­ҙең ғүмеренә һәм һаулығына, мөлкәтенә хәүеф менән янаған ағастар киҫелергә, уларҙың урынына йәш үҫентеләр ул­тыртылырға тейеш.
Ошо көндәрҙә баш ҡалала автомобилгә ағас ҡолау осрағы теркәлде. Әле Өфөлә фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында мониторинг үткәрелә. Был йәһәттән урындағы халыҡ та, район хакимиәттәренең коммуналь хужалыҡ бүлегенә хәбәр итеп, ярҙам күрһәтә ала.




Вернуться назад