Баҫыу эштәренә әҙербеҙ14.04.2015
Республика аграрийҙары сәсеү кампанияһына әҙер тиергә мөмкин.

­– Орлоҡ – 99, минераль ашламалар — 48, тракторҙар – 95, сәсеү агрегаттары 98 процентҡа әҙер. Быйылғы күрһәткестәр былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ, – тип хәбәр итте республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко яҙғы баҫыу эштәрен тормошҡа ашырыу буйынса штаб ултырышында.
Йыл башында Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов ауыл эшсәндәре алдына агросәнәғәт комплексы эшен ҡулайлаш­тырыу, уның һөҙөмтәлелеген арттырыу, төп туҡланыу продукттары менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн тармаҡҡа дәүләт ярҙамы бүлеү мәсьәләләре хәл ителде. Мәҫәлән, яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыуға 967 миллион һум (былтырғыға ҡарағанда 92 миллионға күберәк) аҡса бирелде. Былтыр һатып алынған ауыл хужалығы техникаһының хаҡын ҡаплауға 250 миллион һум йүнәлтелде. Май-июнь айҙарында ошо маҡсатта өҫтәмә рәүештә 200 миллион һум бүленәсәк.
Әле Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре сәсеү майҙандары струк­тураһын анализлай, ужым культураларына баһа бирә. Дөйөм алғанда, игендең сифаты насар түгел, юғалтыу ҙа ни бары 6 процент самаһы. Әле 22,5 тонна минераль ашлама, шул иҫәптән 15 306 тонна азот ашламаһы һатып алынған. Төп культу­раларҙы быйыл 20-21 көн эсендә сәсеү күҙаллана. Һауа шарттарын иҫәпкә алғанда, иң һуңғы сик – 25 майға тиклем. “Росгидромет”тың мәғлүмәттәренә ҡара­ған­да, сәсеүҙе апрелдең өсөнсө дека­даһында башлау ҡарала.





Вернуться назад