Байрам айҡанлы ҡотлау14.04.2015
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов республика православныйҙарын Пасха менән ҡотланы.

Унда былай тиелә: “Республикалағы барлыҡ православ­ныйҙарҙы Изге Хрис­тостың терелеүе байрамы айҡанлы ихлас ҡотлайым! Рәсәйҙә иң әһәмиәтле христиан байрамдарының береһе булған Пасха күп быуатлыҡ рухи-әхлаҡи ҡим­мәттә­ргә — һөйөүгә һәм шәфҡәт­ле­леккә, яҡындарың хаҡында хәстәрлеккә, ғәҙел­леккә һәм тырышлыҡҡа — тоғ­ролоҡто кәүҙә­ләндерә, тормош юлында кеше­ләргә ышаныс һәм көс-ҡеүәт бирә.
Ошо өмөт һәм йәшәү тантанаһы байрамы һәр йортҡа бәхет, тыныслыҡ һәм именлек килтерһен. Йылы яҙ көндәре йөрәктәрегеҙҙе шатлыҡ һәм оптимизм менән һуғарһын. Барығыҙға ла иң изге теләктәремде еткерәм!”


Вернуться назад