Сибайҙар дәррәү ҡушылды14.04.2015
Башҡортса төбәк диктанты Сибай ҡалаһының ике белем усағында яҙылды. БДУ-ның Сибай институтында уны онлайн режимында үткәреү күҙалланһа ла, техник сәбәптәр арҡаһында тексты филология фәндәре кандидаты Рида Латипова уҡыны.
Сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, улар араһында студенттар, уҡыусылар, уҡытыусылар, китапханасылар, оло йәштәгеләр ҙә бар ине. Профессор, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова әйтеүенсә, акция бик урынлы һәм файҙалы. Туған теленең матурлығын тойған, уның нескәлектәрен белгән кешегә әлеге һынау әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай, тине ул.
30 йылдан ашыу диктант яҙғаны булмаған Нәзирә Килдейәрова үҙенсәлекле, “үҙебеҙсә, саф башҡортса” сараны көтөп алған. Акцияға уҡыусыларҙың да дәррәү ҡушылыуы ҡыуаныслы. Ҡаланың 10-сы мәктәбенән балаларҙы диктант яҙырға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алмабикә Шахмөхәмәтова алып килгән. IX класс уҡыусыһы Рәмзил Ыласынов туған телен яҡшы белеүе һәм диктантты хатаһыҙ яҙасағы хаҡында ышаныс менән әйтһә, уның һабаҡташы Зарина Игишева ла өмөтлө йылмайҙы.
Диктант яҙыусылар араһында урыҫ телендә аралашҡан студенттарҙың, уҡытыусыларҙың да булыуы иғтибарға лайыҡ. Туған теленән белемен һынап ҡарарға теләүселәр юҡ түгел, тимәк. Тик райондарҙан да күпләп саҡырырға ине халыҡты – ойоштороусыларға уйланырға урын бар.
Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендәге туған телдәр буйынса методист Айһылыу Моталлапованың тырышлығы менән Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар ҙа башҡортса диктант яҙҙы. Улар яҙма эш башҡарып ҡына ҡалманы, бер аҙға мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтып, хәтирәләрен яңыртты.