Башҡортса диктант яҙҙыҡ14.04.2015
Башҡорт дәүләт университеты һәм республика Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” Законды тормошҡа ашырыу буйынса терминологик хеҙмәт “Башҡорт телендә төбәк диктанты” акцияһын ойошторҙо.

Тәүге тапҡыр уҙғарылған сарала Өфөлә 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында ла онлайн режимында туған телде белеү кимәлен тикшереп ҡаранылар. Студент­тарҙан һәм уҡыусыларҙан тыш, акцияға яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар ҡушылды.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы диктант Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа...” романынан өҙөк ни­геҙендә төҙөлдө. Тексты Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.
Университет уҡытыусыларынан торған эксперт комис­сияһы тиҙҙән эштәрҙе тикшерәсәк. Һөҙөмтәләрҙе диктанттан һуң биш эш көнө үткәс проекттың regdict.bashedu.ru сайтында белергә мөмкин.





Вернуться назад