Һалдаттарҙы кем һаҡлар?11.02.2012
Һалдаттарҙы кем һаҡлар?Урыҫтың “Пока гром не грянет, мужик не перекрестится” тигән тапҡыр әйтеме бар. Мәғәнәһе бик ябай уның – бәлә ишек ҡаҡҡансы, ҡул ҡаушырып ултырырға яратҡан әҙәмдәр күп арабыҙҙа.
Красноярск крайының Ужур ҡалаһындағы ракета дивизияһында йөҙгә яҡын йәп-йәш егеттең үпкәһе шешеп дауаханаға эләгеүе, 18 йәшлек рядовой Иван Пермитиндың вафат булыуы тураһында ишеткәс, ошо әйтем иҫкә төштө. Ә бит былтыр ғына ошондай хәл Силәбе өлкәһендәге хәрби частарҙың береһендә теркәлгәйне: тиҫтәләгән егеттәр инфекция арҡаһында дауаханаға эләккәйне, шулай уҡ бер рядовой һәләк булғайны! Күрәһең, был ваҡиғанан фәһем алған етәкселәр аҙ булған – үҫмерҙәрҙе һаман өшөтәләр, туңдыралар, һаулыҡтарын ҡаҡшаталар. Төрлө кимәлдәге хәрби етәкселәр, утлы табаға баҫҡан бесәйҙәй, бер-береһенә ғәйеп япһарырға, хоҡуҡ һаҡлаусылар алдында аҡланырға маташһа ла, эш үткән шул... Егетте ҡайтарып булмай, ҡалғандарына ла оҙаҡ дауаланырға тура киләсәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Красноярск крайында дауаханаға эләккән һалдаттар араһында дүрт яҡташыбыҙ – Радмир Ҡадиров, Эльмир Хәкимов, Эдуард Фәтхетдинов, Денис Ғәлиев тә бар. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Үпкә сире таралыуының төп сәбәптәре тип казармаларҙың һалҡын булыуын, яңы хәрби форманың ҡышҡы һалҡындар өсөн яраҡһыҙлығын (нисә йыл һөйләйҙәр!), һалдаттарға яһалған төрлө прививкаларҙың насар тәьҫир итеүенән күрәләр.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад