28 ноябрь – 4 декабрға йондоҙнамә26.11.2011
Көҙҙөң ҡышҡа күсеү осоронда Плутон менән Венераның ҡушылыуы көтөлә. Ошоға бәйле, хис-тойғоларығыҙ тәрәнерәк һәм сағыуыраҡ булып китер, үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы нығыраҡ аңларһығыҙ. Профессиональ һәм шәхси тормошта хәлдәр ыңғай барыр. Финанс мәсьәләләренә килгәндә, был йәһәттән һәләтегеҙҙе тулыһынса ҡулланыу отошло. Аҙнаның тәүге яртыһы матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатып алыу өсөн ҡулай. Ошо осорҙа башланған мөхәббәт тарихы дауамлы һәм етди булыр, хатта һеҙҙең тормошҡа булған ҡарашығыҙҙы үҙгәртеүе ихтимал.
Дүшәмбе – ҡатмарлы, әүҙем көн. Етәкселек менән аңлашылмаусанлыҡтар тыуыр. Ниндәйҙер рөхсәт алырға теләһәгеҙ, килеп сыҡмаҫ. Шишәмбенең икенсе яртыһы эшлекле һөйләшеүҙәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу өсөн уңайлы. Шаршамбы ялҡаулыҡтан йонсорһоғоҙ, планлаштырған эштәрҙе лә башҡара алмаҫһығыҙ. Кесе йомала мөһим ғәмәлдәрҙе төшкә тиклем үк теүәлләргә тырышығыҙ. Йома низағтан һаҡ булығыҙ. Электр ҡоролмалары менән һаҡ тотоноғоҙ.

Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)
Кешеләр инә алмаған ишектәрҙе асыу мөмкинлегенә эйә булырһығыҙ. Шәхси тормошта иһә һеҙ оҡшатҡан кеше көткәндәгенән күпкә ҡайтыш булып сығыуы ихтимал.

Буға
(21.04 – 21.05)
Ижади ҡараш, киң фекерләү һәләте талап ителәсәк. Был ҡатмарлы тойолһа, кәңәшсе эҙләгеҙ.

Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)
Лайыҡлыларға ғына ышанығыҙ. Осрашыуҙар, ҡунаҡлашыу уңышлы булмаҡсы.

Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)
"Инерция" аҙна девизына әүереләсәк. Ҡасандыр нимәлер эшләгәнһегеҙ икән, һөҙөмтәһен баһаларға ваҡыт. Уңышығыҙҙан көнләшеүселәр табылыр.

Арыҫлан
(24.07 – 23.08)
Матди һәм финанс өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр булыр. Улар киләсәктең нигеҙен билдәләр.

Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)
Барлыҡ һорауҙарға яуап бирер өсөн һеҙгә Шерлок Холмс һәләтенә эйә булыу фарыз. Тик уйланыу өсөн ваҡыт талап ителә.

Үлсәү
(24.09 – 23.10)
Йәнлектәр менән эш итеүҙән һаҡ булығыҙ. Был осорҙа йортҡа хайуан алыуҙан һәм башҡаларҙыҡын ҡарап тороуҙан ҡасығыҙ.

Саян
(24.10 –22.11)
Ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы хәлдә үҙегеҙҙе иркен үк булмаһа ла, тыныс тоторға һәм хәүефһеҙ тойорға өйрәнеү фарыз.

Уҡсы
(23.11 – 21.12)
Шәхси тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәргә бәйле, һөнәри мәшәҡәттәр икенсе планға күсеп торор.

Ылаҡ
(22.12 – 20.01)
Дөрөҫ тормош рәүеше алып бараһығыҙмы? Юҡ икән, был һеҙгә ҙур проблемалар тыуҙырыр.

Һыуғояр
(21.01 – 19.02)
Кешеләрҙе, мөмкинлектәрҙе һанламау – аҙна бәләһе. Ошоно кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме?

Балыҡ
(20.02 – 20.03)
Ике ут араһында ҡалырһығыҙ. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡайһы бер ғәмәлдәргә иғтибар бирмәгеҙ.
Өмөтбикә.


Вернуться назад