“Аҡбуҙат”лы бала саҡ11.04.2015
“Аҡбуҙат”лы бала саҡ Ҡайҙалыр балалар баҡсаһының асылыуы – ул заманса йыһазландырылған, күҙҙең яуын алырлыҡ яңы бина ҡалҡып сығыу күренеше генә түгел, тәү сиратта, урындағы халыҡҡа, бигерәк тә йәш ғаиләләргә яҡты, ышаныслы киләсәк вәғәҙәләү, сабыйҙарҙы үҫтереү өсөн уңайлы шарттар менән тәьмин итеү шатлығы ла.

Ҡырғыҙ-Миәкәнең яңы биҙәгенә әүерелгән “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдус Ғүмәров, “Акрополь” төҙөлөш компа­нияһының генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Был оло шатлыҡты урындағы халыҡ, ата-әсәләр, педагогик коллектив менән уртаҡлашып, Хәйҙәр Миңшәриф улы балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Вәлиеваға “алтын асҡыс” тапшырҙы һәм ҡар таҙартыу техникаһы бүләк итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – “Акрополь” компанияһы шул уҡ ваҡытта республи­каның башҡа тарафтарында тағы ике балалар баҡ­са­һы төҙөүгә өлгәшкән, Ҡырғыҙ-Миәкәләге спорт-һа­уыҡтырыу үҙәге лә – уларҙың хеҙмәт емеше.
“Аҡбуҙат”лы бала саҡ Гүзәл Мәғәфүр ҡыҙы иһә күптән көтөлгән хыялды тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, кескәйҙәр исеменән Башҡортостан Хөкүмәтенә, республиканың Мәғариф министрлығына, район хакимиәтенә, капиталь төҙөлөш идаралығына һәм “Акрополь” компанияһына сикһеҙ рәхмәтен бел­дерҙе, барыһына ла уңыш, яңы асыштар теләне. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙың береһе Илдус Ғүмәров “Аҡбуҙат”ҡа үҙе һәм шулай уҡ Ҡоролтай депутаты, йырсы Айҙар Ғәлимов исеменән бүләк – уйынсыҡ алыуға сертификаттар тап­шыр­ҙы.
Балалар баҡ­са­һы 120 урынға иҫәпләнгән. Асыҡ йәшел, һары һәм башҡа сағыу төҫ­тәр ҡулланып би­ҙәлгән бинала кескәйҙәргә матур тәрбиә биреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған: һәр төркөмдән коридорға сығыу мөмкинлеге, сисенеү, уйын бүлмәһе, йылытылған иҙәндәр һәм башҡалар. Беренсе ҡатта бәләкәстәр төркөмдәре урынлашҡан, өҫтәрәк – өлкәнерәктәр. Аҫта шулай уҡ барлыҡ кәрәк-ярағы булған аш бешереү, кер йыуыу бүлмәһе бар.
Әлеге мәлдә Миәкә районында йәш ярымдан ете йәшкә тиклемге балалар өсөн 35 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Шуныһы һө­йө­нөс­лө: “Аҡбуҙат”ты асып, 39 яңы хеҙмәт урыны бул­ды­рылған.
Райондың яҡты киләсәгендә, әүҙем үҫешендә мөһим роль уйнаясаҡ йәш ҡыҙ һәм малайҙарҙы тәрбиәләү эше тәүге көндән үк яҡшы ҡуйылыуы маҡтауға лайыҡ. Балалар баҡсаһын йыһазлан­дырыуға өлөш индергән эшҡыуарҙарҙың, ойошма етәкселәренең дә эштәре уң, хеҙмәттәре бәрәкәтле булһын.








Вернуться назад