Ҡунаҡхана ишеге һәр саҡ асыҡ11.04.2015
Ҡунаҡхана ишеге һәр саҡ асыҡ Ҡырғыҙ-Миәкәгә эш буйынса бер нисә көнгә килгәндәр өсөн ҡунып сығыу мәсьәләһе уңайлы хәл ителгән. Район үҙәгенең ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡан “Миәкә ихатаһы” исемле шәхси ҡунаҡхананың ишектәре һәр кемгә асыҡ.


Уның хужалары – өс балалы йәш Даяновтар ғаиләһе. Илдар менән Олеся һөнәрҙәре буйынса – хоҡуҡ белгестәре, икеһе лә Миәкә районында тыуып үҫкән. Өйләнешкәс, ата-әсә менән бергә йәшәү, сабыйҙарының тыуыуы, уға тейешле тәрбиә биреү, уңайлы шарттар булдырыу ихтыяжы Даянов­тар­ҙың әлеге һоҡланғыс көн­кү­решенә йоғонто яһамай ҡалмаған.
Илдар менән Олеся ҡунаҡхана бизнесын тәүҙә бер, һуңынан ике фа­тирҙан башлай. Күпмелер ваҡыттан һуң ике тор­лаҡты ла һатып, әле гөр­ләгән ҙур йорт төҙөп сығалар. Уныһы ла башта ике ҡатлы ғына була, былтыр өс ҡатлыға әйләнә. Ҡунаҡхана эшен асыуҙың сәбәбе ғаиләлә күҙәтелгән ата-әсәнең, балаларҙың үҙ-ара ихлас мөғәмәләһендә, бер-береһенә эскер­һеҙ, мөхәббәтле мөнәсәбәтен­дәлер.
Ҡунаҡхана ишеге һәр саҡ асыҡҘур йорттоң беренсе ҡаты килгән ҡунаҡтар, йәғни клиенттар өсөн тәғә­йен­ләнһә, икенсеһендә хужалар үҙҙә­ре төпләнгән. Яңы төҙөлгән өсөнсө ҡат әлегә оҫтахана ролен үтәй, киләсәктә спорт менән шөғөл­ләнеү өсөн, бала­ларҙың уйын майҙансығына әүе­релеүе ихтимал, ти Илдар Даянов. Уның әйте­үенсә, теүәлләйһе эш байтаҡ, шулай ҙа бығаса атҡарылған хеҙмәт емеш­тәре дәғүә белдерерлек түгел.
30 кешегә иҫәпләнгән бүлмәләрҙең һәр ҡайһыһы заманса, уңайлы, зауыҡ менән йыһазландырылған, Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһы тапшы­рыу­ҙарын ҡарау, Wi-Fi селтәренән фай­ҙаланыу һәм башҡа шарттар бул­дырылған. Бәләкәй өс баланы тәр­биә­ләү менән бергә бындағы эште нисек атҡарып өлгөрәһегеҙ, кемдер ярҙам күрһәтәме тигән һорауға Илдар ҙа, Оле­ся ла: “Барыһын да үҙебеҙ баш­ҡарабыҙ, ғаилә мөхитенә лә зарар килтермәйбеҙ”, – тип яуап­ланы. Ҡунаҡ­хана проектын да, документ мәшәҡәт­тә­рен дә ирле-ҡатынлы бергә хәс­тәр­ләй, кәрәкле йыһазды ла ки­бет­тән үҙҙәре барып ала. Ул ғына түгел, Олеся килгән ҡунаҡтар өсөн иртәнге, киске, теләк буйынса төшкө ашты ла әҙерләп, бүлмәгә илтеп ҡуя.
Уңғандарҙың хәстәре бы­ның менән генә сикләнмәй: улдары Русландың, ҡыҙҙа­ры Амалияның мәктәп тормо­шон, уҡыуын, түңә­рәк­тәрҙә шөғөллә­неүен даими күҙәтеп, ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеү бурысы ла бар. Йәш тә ете айлыҡ кескәй Иллария әлегә өйҙә, ата-әсәһенән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, хеҙмәтләндереү оҫталығына “өйрәнә”. Руслан ҡурайҙа уйнай, баян дәрестәре ала. Йылдан ашыу ғына шөғөлләне­үе­нә ҡарамаҫтан, бер нисә бәйгелә еңеүсе тип танылып өлгөргән ул. Амалия иһә һүрәт төшөрөү, балсыҡтан төр­лө һындар әүәләү серҙәрен ихлас өйрәнә. Ағаһының ҡурай тартыуы бу­ла, бәләкәс Иллария тыпырҙатып бе­йергә төшөп китә. Көндәрен моңға, хеҙ­мәтен бәрәкәткә сорнап йәшәгән ғаиләнең иркен, матур өйө тирә-яҡҡа һөйөү нурҙары һибеп, донъяны йәмләп тора.
– Ошо үҙебеҙ йәшәгән ҡатта балкон эш­ләп, килеп туҡтаған һәр ҡунаҡты ихлас сәләмләп, йүгереп сығып ҡаршы аласаҡбыҙ, – ти хужабикә Олеся.
“Миәкә ихатаһы” эсендә үҙеңде сит илдәге ҡунаҡханалай хис итәһең. Тый­наҡ, тыныс мөхит тәнгә лә, йәнгә лә ысын ял бирә. Даяновтар ғаиләһенең кешеләр менән инсафлы, алсаҡ ара­лашыуға ҡоролған шәхси бизнесына киләсәктә лә хәләл килем, хаҡ бәрә­кәт­кә өлгәшеп, балаларҙың игелегендә, ҡунаҡтарҙың рәхмәтендә үҫергә, ны­ғырға яҙһын.


Вернуться назад