Өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты башҡортса китаптар йыйыу буйынса “Китап менән уртаҡлаш” акцияһын иғлан итә. 19 февралгә тиклем дауам иткән сара Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнала.
Силәбе өлкәһенең Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсинаның хәбәр итеүенсә, төбәктәге күп кенә китапханалар башҡортса фәнни, нәфис һәм уҡыу әҙәбиәтенә мохтаж.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәлә туған телдәге китаптар һәм ваҡытлы матбуғат һатыу ойошторолмаған, — тине ул. — Шуға күрә китапханаларҙа күптәр кәрәкле китапты таба алмай. Заманса әҙәбиәт тә китапханаларға ваҡытында килмәй.
Флүзә Ғайсинаның әйтеүенсә, милли телдәге китапты Интернетта ла табыуы ҡыйын. Күрше төбәктәге милләттәштәребеҙ балалар һәм фәнни әҙәбиәткә лә киҫкен мохтажлыҡ кисерә.
— Ике телдә сыҡҡан китаптар булһа, бигерәк тә яҡшы, — ти Флүзә Ғайсина. — Теле яңы асылған кескәйҙәр өсөн башҡортса әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, балалар өсөн шиғырҙар кәрәк. Һәр төрлө әҙәбиәтте теләп ҡабул итәсәкбеҙ.
Был акция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында хуплау тапты.
Китаптарҙы түбәндәге адрес буйынса килтерергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, 217-се йәки 213-сө бүлмә. “Силәбе өлкәһе өсөн” тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.
Т. РӘХМӘТУЛЛИН.