Балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләп11.04.2015
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса кәңәшмә-практикумда район мәғариф идаралығы белгестәре, дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәктәп автобустарының водителдәре, ЮХХДИ инспекторҙары, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Сара барышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөү мәсьәләләре тикшерелде. Дәүләт инспекцияһы, “Баштелематика” предприятиеһы вәкилдәре республика һәм Туймазы районы юлдарында фажиғәләргә, имгәнеүҙәргә бәйле хәл, мәктәп автобустарын ГЛОНАСС ҡулайламаһы һәм тахографтар менән йыһазландырыу хаҡында һөйләне.
Туймазы районында 68 ауылдан 26 мәктәп автобусы 716 уҡыусыны белем усағына алып бара һәм өйгә ҡайтарып ҡуя. Транспорт сараларының барыһы ла төҙөк, талаптарға яуап бирә. Йылына ике тапҡыр улар техник тикшереү һәм хеҙмәтләндереү үтә. Машиналарға ГЛОНАСС һәм тахограф ҡуйылған. Водителдәр ҙур эш тәжрибәһенә эйә, юлға сығыр алдынан көн һайын медицина тикшереүе үтә.