Еңелсә кейенеп… Ирәмәлгә11.04.2015
Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы Ирәмәл тауында Ҡазандан 14 йәшлек ҡыҙҙың һәләк булыуына, әсәһенең һәм 5 йәшлек ҡустыһының сәләмәтлегенә зыян килеүгә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатты.
Асыҡланыуынса, 29 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә ғаилә “Ирәмәл” тәбиғәт паркының “Төлөк” посына килә. Еңелсә кейенгән ҡатын һәм балалар үҙаллы тауға менергә теләк белдерә. Парк биләмәһен һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы туристарға маршруттан файҙаланған өсөн 60 һумға билет һата, хеҙмәт күрһәтеүгә килешеү төҙөй, шул уҡ ваҡытта ул маршрут тураһында етерлек мәғлүмәт бирмәй.
Әле енәйәттең хәл-шарттары, ғәйеплеләр асыҡлана. Шулай уҡ әсәнең ғәмәлдәренә лә юридик баһа биреләсәк.