Төҙөүселәргә эш еңелләшә11.04.2015
Башҡортостан парламентарийҙары төҙөлөш объекттарын файҙаланыуға тапшырыу ғәмәлен ябайлаштырырға тәҡдим итте.
Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты ултырышында депутат Герман Трунов “Рәсәй Ҡала төҙөлөшө кодексының 54-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон проектына ҡағылышлы яңылыҡ менән таныштырҙы. Яңы объекттағы эш барышын республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты контролдә тота. Төҙөүсе йортто тапшырғанда иһә закондың яңы нормалары ғәмәлгә инеп өлгөрә, объектҡа ҡарата бөтөнләй башҡа талаптар ҡуйыла. Ошоға бәйле депутаттар бинаны сафҡа индереү ғәмәлен ябайлаштырырға, өлкәләге коррупция күренешен бөтөрөргә тәҡдим итә. Герман Трунов әйтеүенсә, закон проекты эксперт советы тарафынан ҡаралды, уны Өфөләге ҙур төҙөлөш ойошмалары ла хупланы.