Кисә Милли һәм йәштәр матбуғатына яҙылыу ун көнлөгө башланды, ул 20 апрелгә тиклем барасаҡ.Әле матбуғат хеҙмәткәрҙәре белем усаҡтарында педагогтар һәм уҡыусылар менән йәнле осрашыуҙар ойоштора, шулай уҡ мәҙәниәт йорттарында, китапханаларҙа, ауыл клубтарында ла кисәләр үткәрелә.
Шаран районының Йәрәмкә ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәктә ошоға бәйле күркәм сара уҙҙы. Уның әйҙәүсе белгесе Әлфирә Әхмәтова белдереүенсә, 26 февралдән 7 мартҡаса ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу иғлан ителгәндә ауылдаштары уңайлы мөмкинлектән файҙаланып ҡалған, хәҙер ҙә был эште әүҙем дауам итә. Һәр кем күңеле теләгән баҫманы һайлай, араларында яҙышып торғандар ҙа күп кенә. Әлфирә Мәғсүм ҡыҙы йәрәмкәләрҙең “Башҡортостан” ише абруйлы республика гәзитенә өҫтөнлөк биреүен әйтте.
Хаҡтар түбәндәгесә:
50600 индексы – 1486 һум 14 тин,
31805 индексы – 580 һум 02 тин,
60740 индексы – 1762 һум 14 тин,
электрон версия – 450 һум.