Аэропорт һәр ваҡыт тынғыһыҙ:
Берәүҙәр кемделер ҡаршылай,
Берәүҙәр кемделер оҙата...
Халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев аэропортта ғына кисерелгән тулҡынланыу, борсолоу хисен бик сағыу һүрәтләй үҙ шиғырында. Өфө ҡалаһында яңы халыҡ-ара терминалды асҡанда быға өҫтәп, күңелдә тантаналы тойғолар ҙа уйнаны. “Һауа ҡапҡаһы” республиканың ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында төҙөлгән матур бер биҙәге булып балҡыны.
Терминалдың тәүге халыҡ-ара рейсы 5927 һаны аҫтында Мысырҙағы Хургада ҡалаһына осто. Беренсе пассажирҙарҙы оҙатыу тантаналы шарттарҙа үтте, унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
– Төҙөлөштө тәүге көнөнән үк етди күҙәтеп барҙым. Ике йыл эсендә хасил булған терминал Башҡортостан халҡының һәм килгән ҡунаҡтарҙың юғары зауыҡ ихтыяжына тап килтереп эшләнде. Төҙөүселәргә лә, аэропорт хеҙмәткәрҙәренә лә оло рәхмәтемде еткерәм, – тине Рөстәм Зәки улы үҙ сығышында.
“Өфө” аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдереүенсә, бер нисә көн элек үткәрелгән һынау терминалдың Һауа юлы транспорты халыҡ-ара ассоциацияһының “С” категориялы талаптарына тулыһынса яуап биреүен һәм тулы ҡеүәткә эшләү мөмкинлеген иҫбатлаған. Яңы бинала пассажирҙар өсөн гәзит-журнал, сәскә, сувенир киосктары, тамаҡ ялғау өсөн тәғәмханалар булдырылған. Паспорт тикшереү өсөн 40 кабина бар, рейсҡа теркәүҙе 13 хеҙмәткәр башҡара.
Нефтекама ҡалаһынан Мәрйәм Хәкимйәнова менән Әлфиә Дәүләтшина йылына бер-ике тапҡыр сит илгә сығып ял итеүҙе хуп күрә икән.
– Сираттағы сәйәхәтебеҙгә ошондай тантаналы шартта оҙатылыуыбыҙ хаҡында белмәнек, беҙҙең өсөн был мәртәбәле, көтөлмәгән бүләк булды. Тәьҫораттарыбыҙ ҙа яҙғы күк йөҙөндәй сағыу, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ханымдар.
“Төньяҡ еле” авиакомпанияһы башҡарған Өфө – Хургада рейсы пассажирҙарынан теркәлеү өсөн тәүгеләрҙән булып Ковалевскийҙар ғаиләһе килеп баҫты. Сабый Алиса менән улдары Даниилды ата-әсәһе шулай уҡ ялға алған.
– Барлыҡ кәрәк-яраҡ үҙебеҙ менән, борсолоуға урын юҡ кеүек. Яңы терминалдың киңлеге, биҙәлеше, заманса йыһазландырылыуы иғтибарҙы йәлеп итә, – ти Алексей Ковалевский.