Фильмға төшкәндәр11.04.2015
Фильмға төшкәндәр Күптән түгел генә прокатҡа сыҡҡан “Әсә” фильмы кемде генә һоҡландырмай ҙа кемде генә ҡыуандырмай. Бөгөн беҙ һеҙгә ошо кинола уйнап, тамашасылар һөйөүен яулап өлгөргән Айгиз менән Нургиз Таҡаловтар тураһында һөйләмәксебеҙ, сөнки улар ҙа игеҙәк!

Гәзит уҡыусыларҙың, бәлки, хәтерендәлер, фильм төшөрөр алдынан игеҙәктәр эҙләгәйнеләр. Айгиз менән Нургиздең әсәһе кастинг иғлан итеүҙәре тураһында ишетеп ҡала. Шунан малайҙар Сибайға бара. Унда Айнур Асҡаров бөтә игеҙәктәргә текст бирә һәм һөйләп күрһәтергә ҡуша. Ћөҙөмтәлә Айгиз менән Нургиз Таҡаловтарҙы һайлап алалар.
– Фильмды Бөрйән һәм Нуриман райондарында төшөрҙөләр. Ролгә инеп китеүе еңел булманы. Ћуңғараҡ күнегелде. Бигерәк тә соҡорға ҡолап төшкән эпизод хәтерҙә ҡалды. Өҫтәүенә ныҡ итеп ҡысҡырырға кәрәк ине, – тине Айгиз.
Айгиз менән Нургизде белгәндәр малайҙарҙың актер булып китеүенә бер ҙә аптырамай, сөнки улар бәләкәй саҡтан бейей, спорт менән дуҫ. Кикбоксинг менән шөғөлләнеүҙәренә лә ете йыл. Ћәр йәһәттән уңған Таҡаловтар. Ғаиләләре менән “Байыҡ” конкурсында ла ҡатнашҡандар.
“Игеҙәктәр булыу еңелме? Ҡыҙыҡ хәлдәргә тарығанығыҙ бармы?” – тип ҡыҙыҡһынабыҙ Айгиздән. “Рәхәт, бигерәк тә мәктәптә. Ҡайһы саҡ беҙҙе бутап та өндәшәләр. Беребеҙ өсөн икенсебеҙ яуап биргән осраҡ та була”, – тип көлөп яуап бирҙе Айгиз. “Ә ҡыҙҙар һеҙҙе бутамаймы?” – тип шаяртабыҙ. “Юҡ, улар таный шул”, – тип мут йылмая малайҙар.
“Киләсәктә актер буласаҡһығыҙмы?” – тип һорайбыҙ. “Юҡ, хобби ғына булып ҡалыр, моғайын”, – ти Айгиз менән Нургиз.
Артабан ниндәй һөнәр һайлаһалар ҙа, Башҡортостандың кино сәнғәте тарихында эҙ ҡалдырҙы егеттәр. Кем белә, бәлки, уларҙың тағы берәй фильмда уйнағандарын күреп ҡыуанырбыҙ, һоҡланырбыҙ әле.


Вернуться назад