Серле бәйләнеш11.04.2015
Серле бәйләнеш Игеҙәктәр тураһында мәғлүмәт туплай торғас, уларҙың бер-береһенә оҡшаш йәки, киреһенсә, икеһенең ике төрлө булыуҙарын асыҡланыҡ. Бынан тыш, ҡыҙ һәм малай игеҙәктәр ҙә бар бит әле.

Беҙ һеҙгә Ғафури районы­ның Сәйетбаба ауылында йәшәгән Саимә менән Рәхим­йән Игелековтарҙың ғаилә­һендә үҫкән Гөлназ ме­нән Айназ тураһында һөйлә­мәк­себеҙ. Улар Учалы ра­йо­нының Миндәк ауылында тыуып үҫкән. Аҙаҡ был ғаиләне яҙмыш елдәре Ғафури яҡта­рына илтә.
Игеҙәктәр Сәйетбаба мәк­тәбендә, Красноусолдағы башҡорт гимназия-интернатында һәм Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алғас, белем эстәү өсөн тағы Өфөгә юлланған. Егет, Башҡортостан дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетын тамамлап, тыуған районындағы минераль һыу заводында бүлек мөдире булып эшләй. Гөлназ иһә баш ҡалабыҙҙағы 1-се педагогия колледжынан һуң әле М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡый.
28 апрелдә Гөлназ менән Айназға 25 йәш туласаҡ. Улар ғаилә ҡороп өлгөрмәгән әлегә. Айназ бик ихлас, асыҡ егет икән. Эшкә тип бик ныҡ ашыҡһа ла, беҙҙең менән һөйләшергә ваҡыт тапты.
– Гөлназ минән ун минутҡа алдараҡ тыуһа ла, уны мин яратып “һеңлем” тип йөрөтәм. Бер-беребеҙгә оҡшамағанбыҙ. Ул иркәрәк булһа, мин ҡыйыуыраҡмын, – тип йылмая егет.
Гөлназ менән Айназ Игелековтар бала саҡтағы хәтирәләре тураһында бик ихлас уртаҡлашты. Баҡтиһәң, бәләкәй ваҡыттарында береһе берәй сир менән сирләһә, икенсеһе лә ауырымай ҡалмаған икән. Бына шунан һуң игеҙәктәр араһында, хатта ҡыҙ менән малай булһа ла, ниндәйҙер серле бәйләнеш юҡ тип әйтеп ҡара!


Вернуться назад