“Ћылыулығы – һыу буйы, кемдәрҙә икән уйы?” – тип юҡҡа ғына яҙмағандыр шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов. Беҙҙең геройҙарыбыҙ ҙа ана шундай матур, уңған, көләкәс һәм илгәҙәк. Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәгән Миңзәлә менән Рәйес Рәхимовтарҙың татыу ғаиләһендә үҫкән улар. Линиза менән Луиза: “Атай-әсәйебеҙҙең берҙән-бер ҡыҙҙарыбыҙ. Игеҙәк булһаҡ та, бер-беребеҙгә оҡшамағанбыҙ”, – тиһә лә, уларға ҡарап күҙ ҡамаша, исемдәрен бутай башлайһың.
Линиза менән Луиза М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлаған. Линиза “Башҡортостан” киностудияһында эшләй. Әлегә кейәүҙә түгел. Луиза – “Башҡортостан” юлдаш телевидениеһында режиссер. Ире Шамил Науразбаев менән ике малай тәрбиәләйҙәр. Айратҡа – һигеҙ, Азаматҡа биш йәш.
Ҡыҙҙар йырларға ярата, Линиза шиғырҙар яҙа. Бәләкәй саҡта Луиза етеҙерәк, тәүәккәлерәк булһа, хәҙер – киреһенсә. Ниндәй ҙә берәй хәл-ваҡиға була ҡалһа, Луиза яуаплылыҡты иңенә алырға ашҡына. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡыҙҙарға йомош төшөп бер-береһенең эшләгән еренә барырға тура килһә, хеҙмәттәштәре бутай, хатта: “Бөгөн һаулыҡ һорашмайһың” йә “Ниңә иҫәнләшмәйһең?” – тип үпкәләйҙәр икән.