Субсидияға хоҡуғығыҙ бармы?11.02.2012
Федераль бюджеттан алынған субсидиялар биреү өсөн социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы конкурс нигеҙендә һайлап алыу буйынса заявкалар ҡабул итеү 22 февралгә тиклем оҙайтылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ойошмалар үҙҙәре иҫәп тотҡан субсидияны тотоноу программаһын тәҡдим итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта программала уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре, аҡсаны нисек тотоноу, сығым менән табыштың нисбәте кеүек күрһәткестәрҙең сағылдырылыуы мөһим.
Конкурс үткәреү шарттары, унда ҡатнашыуға заявка биреүгә талаптар Башҡортостан Хөкүмәтенең “2011 — 2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһының социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына ярҙам күрһәтеү программаһы тураһында”ғы ҡарары менән билдәләнә.
Мәғлүмәттәр менән Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтының “Социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам” киҫәгендә танышырға мөмкин.
Документтар дүшәмбенән алып йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.
Адресы: 450000, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы, 252-се бүлмә. Бәйләнеш өсөн телефондар: (347) 250-40-75, 250-42-16, 250-43-28.
Электрон почта: [email protected].


Вернуться назад