Ҡыҙыҡлы хәлдәр11.04.2015
u XXI быуат башында Прагала трамвай аҫтына эләгеп бер кеше үлә. Уның шәхесен асыҡлай алмайҙар. Иң ғәжәпләндергәне шул: был кеше трамвай йөрөтөүсегә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш була. Үлгән кешенән алынған анализдар буйынса ҡорбан менән трамвай водителенең ҡан төркөмө лә, кәүҙә төҙөлөшө лә бер үк булып сыҡҡан. Шулай итеп, 47 йәшлек Ирж Глоубек үҙенең игеҙәген тапаған. Ошо хәлдән һуң ир был кешенең туғандарын, яҡындарын эҙләй башлай, ләкин бер кемде лә таба алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүмдең янында документтар ҙа, саҡ ҡына асыҡлыҡ индерерлек нәмә лә табылмай. Бынан тыш, берәү ҙә эҙләмәй. Чехия закондары буйынса уны ярты йылдан һуң ерләйҙәр. Унда ла бер генә кеше – трамвай йөрөтөүсе Глоубек ҡатнаша. Был хәлдән һуң үҙе лә оҙаҡ йәшәмәй: бер йылдан йөрәк өйәнәгенән вафат була. Үлеменә бер нисә көн ҡалғас, ҡатынынан серле кеше эргәһендә ерләүҙәрен үтенә.
u Биш йыл тирәһе элек Минск ҡалаһындағы психоневрология диспансерына бер асарбаҡты килтерәләр. Уны вокзалдан табып алған милиционерҙар иргә кем икәнлеген асыҡлар өсөн һорауҙар биреп ҡарай. Ул бер нәмә тип тә яуап бирмәй, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәрендә психик сирле кеше булараҡ тойғо ҡалдыра. Шуға диспансерға килтерәләр. Асарбаҡты йыуындырып-ҡырындырып кеше иткәс, уның психиатрик экспертиза бүлеге мөдиренең “күсермәһе” икәнлеген күрәләр. Улар хатта бер туған игеҙәктәргә оҡшай. Доктор иргә ҡарап шаҡ ҡата. Асарбаҡ ҡына был хәлгә тыныс ҡарай, ә табиптың ҡан баҫымы күтәрелә. Табип үҙе донъяға килгән бала табыу йортондағы архив документтарын эҙләй башлай. Бер аҙнанан дауахананан ике кеше ҡаса. Ошо уҡ көндө теге “игеҙәк”тән дә эҙ ҡалмай. Ҡасҡан кешеләрҙе тапһалар ҙа, табипҡа оҡшаш әҙәм юҡҡа сыға. Ярты йылдан һуң ғәжәп хәлде асыҡламайынса психиатр ҙа вафат була.
u Бер быуаттан ашыу элек Италия короле Умберто Милан ҡалаһынан алыҫ түгел Монса ҡалаһындағы ресторанға инеп сығырға булған. Ярандарының трактир хужаһына текләп ҡарауына хайран ҡалған. Король аҙаҡ үҙе лә шаҡ ҡата: ресторан хужаһы хас үҙе бит! Бәй, уның да исеме Умберто икән. Өҫтәүенә икеһе лә 14 июндә тыуған. Хатта ҡатындарының исеме лә бер иш. Бынан тыш, 8 ғинуарҙа береһе батша булып китһә, икенсеһе ресторан хужаһына әйләнә. Күпмелер ваҡыттан король үҙенең һыңарын күрергә теләй, ләкин уның үлеме хаҡында ишетә. Әлдә үлем көнөбөҙ тура килмәй тип уйлап та өлгөрмәй, үҙенә лә кемдер ата.
u Игеҙәктәрҙең береһе бәлә-ҡазаға тарыһа, икенсеһенең, киреһенсә, уңышҡа юлығыуы ихтимал. Мәҫәлән, ХХ быуат аҙағында Франциялағы тимер юлда фажиғә теркәлә. Зыян күреүселәрҙән бер кешегә икенсе вагонда игеҙәге барлығын әйтәләр. Ләкин был әҙәм бер кеменең дә булмауы хаҡында әйтә, әммә тегене барып күрергә була. Ысынлап та, ҡорбан хас үҙе! Уның шәхесен асыҡлай алмайҙар, ә быныһы банкир булып китә.
Күп бала тыуыу осраҡтары
u Австрияла Шейнберг ханым 27 тапҡыр бала тапҡан. Ул 69 ҡыҙға һәм малайға ғүмер бүләк иткән. Дүрт тапҡыр уның дүртәр, ете тапҡыр өсәр, ун алты тапҡыр икешәр сабыйы донъяға килгән. Ошо уҡ илдә тағы бер ҡатын, ун бер тапҡыр ауырға ҡалып, өс тапҡыр икешәр, алты тапҡыр өсәр, ике тапҡыр дүртәр баланың әсәһе булған.
u Рәсәйҙә лә бер ҡатын 49 бала – алты игеҙәк, ете тапҡыр өс игеҙәк һәм дүрт тапҡыр дүрт игеҙәк тапҡан.
u ХХ быуат башында алты тапҡыр бер юлы ете сабыйҙың донъяға килеүе теркәлгән. Табиптар бер юлы һигеҙ бала тыуыуы тураһында ла әйтә. Ләкин был хәлгә ышаныуы бик ауыр.
u 1971 йылдың 13 июнендә Сиднейҙағы дауаханала ун туғыҙ йәшлек Жеральдина Бродерик туғыҙ бала тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икәүһе үле тыуған.