Ике тамсы һыу кеүек11.04.2015
Ике тамсы һыу кеүек Иң башта өс игеҙәк бәпес тураһында бәйән итһәк, киләһе геройҙарыбыҙ – “Игеҙәктәр” йондоҙлоғона ҡараған бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған һылыу өс ҡыҙ. Бәрәкәтле Буҫтыбай ауылында йәшәгән Ғәлиә менән Хәйҙәр Ибраһимовтар ғаиләһендә ҡыҙҙары Гөлфиә, улдары Азаттан һуң Гөлсирен, Гөлйемеш һәм Гөлсәсәк донъяға килгән.

Апайҙары менән ағайҙары ғаилә ҡорған инде. Игеҙәктәр иһә әлегә Өфөлә белем ала. Гөлсирен Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлағас, ошо уҡыу йорто ҡарамағындағы физика-техник институтта уҡый. Бынан тыш, ҡыҙ “Роснефть”тең Өфөләге ғилми-тикшеренеү институтында әйҙәүсе белгес булып эшләй. Гөлйемеш иһә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында дизайнерлыҡҡа уҡый. Уҡыу йортондағы кейеҙ баҫыу үҙәгендә эшләй. Ғөмүмән, ҡул эштәренә оҫта ул. Гөлсәсәк – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты студенты. Ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” телеканалында сценарист һәм хәбәрсе булып эшләргә лә өлгөрә.
Өс ҡыҙ өс төрлө һөнәр һайлаһа ла, уларҙы бейеү сәнғәте берләштерә. Ни тиһәң дә, Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы гимназияла уҡығанда “Гөрләүек” өлгөлө бейеү ансамблендә бейегәндәр. Хәҙер “Студент яҙы” сараһында ла ихлас ҡатнашалар. Ҡыҙҙар төҫкә бер-береһенә оҡшашһа ла, холоҡтары төрлө. Гөлсирен етди, Гөлйемеш илгәҙәк, шаян. Шуғалыр ҙа улар водитель танытмаһын алып өлгөргән. Ә Гөлсәсәк хисле, романтик. Ата-әсәһенең өс сағыу сәскәһе улар.




Вернуться назад