“Улар яулап алған тыныслыҡ”11.04.2015
Хужалыҡ эшен аныҡ алып барыу өсөн белемле кадрҙар кәрәк. Хизбулла Мөхәмәт­ҡоловтың белем базаһы — әле 15-16 йәшлек үҫмер сағында Әсмә мөғәллимәнән алған һабаҡтар. Әлбиттә, унан һуң армия, Төркөстан фронты, политуҡыу... Һәм уны Белорет ҡалаһында ойошторолған рәйестәр курсына уҡырға ебәрәләр. Зирәк, тилбер, кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыусан Хизбулла бында ла һынатмай, ләкин ҡайтҡас:
– Түрә булып эшләргә кеше табырһығыҙ — мәгәр мине аттан айырмағыҙ, — ти.
– Бала сағыңда аттан осоп төшөп, тояҡ тамғаһы ла алдың, һаман ат тиһең! — ти ауылдаштары.
– Нишләйһең, ат — минең ҡанатым, юлдашым, улай ғына ла түгел, моңдашым, — ти Хизбулла.
Уны колхоздың йылҡысылыҡ фермаһы мөдире итеп ҡуялар. Үҙенә генә хас дәрт менән тотона ул эшкә, сөнки был — уның өсөн йәшәү рәүеше. Күңеленең асылы, булмышы. Ат өҫтөндә ул етемлектә үҫкән кеүек тә булманы. Күңеле гел шат, кәйефе күтәренке.
Ике йыл рәттән 100 бейәнән 140-ар ҡолон алғас, уны Мәскәүгә Ауыл хужалығы ҡаҙа­ныштары күргәҙмәһенә ебәрәләр. Хизбулла Мөхәмәтҡолов унда ике тоҡом айғырын – “Дракон” менән “Самозван”ды күрһәтә. Күсей ауылынан күргәҙмәгә йәнә алдынғы колхозсы Ғә­биҙә апай Юлмөхәмәтова ла бара. Мин бәлә­кәй саҡта атайымдың ҡап-ҡара айғырҙы йүгә­ненән тотоп төшкән фотоһы ла бар ине. Уны мәктәп һорап алып торғайны — кире ҡайтманы.
Ауылды күмәк хужалыҡҡа күсереү эше нисек кенә ауыр булмаһын, тормош ҡайнай. Художестволы үҙешмәкәрлек тә сәскә ата ошо йылдарҙа. Ауылда ҡурай тартмаған, оҫта итеп бейемәгән, йырламаған кеше юҡ тиерлек! Мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, уның ағаһы Ғимран, Исхаҡ Кинйәбулатов, Исламғоловтар — һанап бөтөрлөк түгел Күсей ҡурайсыларын! Үҙенең оҙон булмаған ғүмерендә башҡорт сәхнәһен шундай үҙенсәлекле бейеүҙәр менән байытып, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп өлгөр­гән Йәүҙәт Бикбирҙиндың да Күсей кешеһе булыуын иҫкә төшөрһәк, был ауылдың ниндәй сәнғәт потенциалы һаҡлауын аңлау ҡыйын түгелдер.
Ошо йылдарҙа Хизбулла Мөхәмәтҡоловтың йыраусы булараҡ та даны алыҫтарға тарала. Айытҡол ҡурайсының репертуарын энәһенән-ебенәсә ятҡа бел­гән Хизбуллаға фольклорсылар, ҡурайсылар килә. Әсәйемдең йыш ҡына:
– Ҡуй инде, бигерәк күп кил­деләр. Аҙналар буйы беҙҙә ятып, атайыңдан йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙып алдылар, көйөн өйрән­деләр, тарихын тыңланылар. Һуңғы һарығын һуйһа-һуя — Хизбулла уларҙы ҡәҙерле ҡунаҡ урынына хөрмәт итә ине, — тип һөйләгәне хәтеремдә. Ул йыш килеп, аҙналап йыр өйрә­неп ятҡан ҡәҙерле ҡунаҡтар Ғата Сөләймәнов һәм Кәрим Дияров тигән ағайҙар була. Кәрим Дияров үҙенең яҙмаларында атайымды хөрмәт менән иҫкә ала. Һәр хәлдә атайым:
– Мин уларға башҡорттоң 100 йырын яҙҙырҙым, — тип йыш һөйләр була. Кемеһенә күпме өйрәткәндер — эш асылда унда түгел. Мәгәр Кәрим Дияров ағай: “Сал Уралдың моңдары” тигән китабыма 72 көйҙө һайланым”, — тип яҙа. Бер шулай, әле Учалыла йәшәгән сағымда, 70—80-се йылдар булдымы икән, телевизорҙы ҡабыҙып ебәрһәм, Юлай Ғәйнетдиновтың “Хазина” тапшырыуында бер оло ағай шундай ғорурлыҡ менән:
– Мин заманында Хизбулла Мөхәмәт­ҡоловҡа аккомпанировать иткән ҡурайсы! — тип ултыра. Аҙаҡ, Юлай ҡустынан һорашып, шуны асыҡланым: 32-семе, 33-сөмө йылда Баймаҡтың завод клубында фестиваль үткән. Унда атайым “Баяс”ты йырлаған, ә 13 йәшлек Абҙаҡ ауылы малайы Рәхимйән Аҫылбаев уға аккомпанировать иткән! Баҡһаң, “Баяс”ты бер ҡурайсы ла уйнай алмаған, был көйҙө башҡарыу үҙенә күрә ҙур оҫталыҡ талап иткән. Ошо завод клубында үткән фестивалдән тағы бер ҡарһүҙме, риүәйәтме тороп ҡалған: Хизбулла Мөхәмәтҡолов тауышы ғәйрәтенән завод клубының тәҙрә быялалары ҡойолоп төшкән. Халыҡ үҙенең Хоҙай Тәғәлә тамғалаған таланттары хаҡында легендалар сығарыусан бит, бәлки, был тап шуның сағылышы булғандыр.
Тормош нисек ауыр булмаһын, бәндәгә кейҙерелгән ҡамыт елкәләрҙе нисек кенә сейләндермәһен — тормош дауам итә. Кеҫә­һенә партбилет һалып йөрөгән коммунист ҡына булмай Хизбулла Мөхәмәтҡолов — уны үҙенең көндәлек эше, йәшәү рәүеше менән иҫбат итә: райсовет депутаты, ферма мөдире, һуңыраҡ колхоз рәйесе була, аттар етешмәгән, ә планды үтәмәй әмәлең юҡ саҡта, һабанға үҙе лә егелә. Тик үҙеңдең шәхси өлгөңдә генә кешеләрҙе артыңдан эйәртеп була — был еңел булмаған йылдар уға ошо хәҡиҡәтте төшөндөрә.
Әммә уның тормошо тынғыһыҙ эш һәм йырҙан ғына тормай. Ул — хәҙер өс бала, ҡатынынан торған ҙур ғына ғаилә башлығы ла. Илдән именлек китеп торғанына ул, күрәһең, яҡшы төшөнгән: ауылдың үҫмер егеттәрен йыйып, ат өҫтөндә һуғышыу алымдарын өйрәткән. Уҡыу полигоны – Эре таштан Йәшелгәсә таҡыр юл. Ҡорал — ағас ҡылыстар, мылтыҡтар. Аттар — барыһы ла уның ҡарамағында, һоранып, инәлеп йөрөйһө түгел. Аҙаҡ, 1941 йылда, Ватан һаҡларға китер был йәштәргә Хизбулла Мөхәмәтҡолов үҙенә Төркөстан фронтында һыбай һуғыш алымдарын, “джигитовка”ны нисек өйрәтһәләр, шулай өйрәтә. Әсәйемдең һөйләгәне хәтеремдә:
– Мин уҡытҡан балалар бит, имгәнеп ҡуймаһындар тип ҡурҡа торғайным. Нисек кенә сапмайҙар! Аттың ҡабырғаһына ышыҡланып та, ат бауыры аҫтынан да! Шуныһы ғәжәп: бер кем дә имгәнмәне! Тәфтизан бигерәк айырылып торҙо. Ул ни ат өҫтөндә аяғүрә тороп та сабыр ине!
Әсәйемдән дәрес, атайымдан ат өҫтөндә һуғыш һабаҡтары алған был ҡыйыу егеттең тыуған тупраҡҡа үҙе түгел, тик даны, Советтар Союзы Геройы исеме ҡайтыр тип ул саҡта кем уйлаған... Хәҙер ауылдың муллаһы, Тәфтизан Миңлеғо­ловтың бер туған Фәйрүзә апаһының улы Ғиниәт Игебаев: “Тәфтизан ағайыбыҙ Хизбулла олатайҙан һуғышырға өйрәнгәнгә Герой булған ул”, — тип һөйләүсән.
Геройлыҡҡа өйрәтеп буламылыр, юҡмылыр — уныһын белмәйем, мәгәр Ватанды һөйөргә өйрәтергә, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләргә була. Һәм кәрәк тә. Хизбулла Мөхәмәтҡолов эш араһында, үҙе һуғыш күргән кеше булараҡ, ошо изге бурысты ла башҡарған. Бер уйлаһаң, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк командиры Таһир Кусимов та тәүге сынығыуҙы, тәүге сирҡанысты Урта Азия фронтында алған, “джигитовка”ны ла шунда үткән. Буденный үҙе ҡылыс бүләк иткән! Баҡыйлыҡҡа ашҡандарҙан һорап булмай, бәлки, был ике яугир Урта Азияла саҡта уҡ осраш­ҡандыр, бәлки, Хизбулла Мөхәмәтҡолов­тың көр тауышы башҡарыуында яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙары Уралдан киткән һалдаттарҙың ғәзиз ерен һағыныу йәшен һығып сығарғандыр, кем белә...
1941 йыл. Һабантуй. Күсейҙә ул тик бер ерҙә — Талморонда — үтә. “Вәт, исмаһам, Хизбулланы рәхәтләнеп тыңлайбыҙ!” — тип йыйылған халыҡтың был юлы йыр тыңлау ҡайғыһы китә, шомло хәбәр зиһенде, бәғерҙе телә: ярмандар һуғыш башлаған! Хизбулла Мөхәмәтҡолов 22 июндә үк военкоматҡа ғариза алып барып һала: “Үҙ теләгем менән фронтҡа ебәреүегеҙҙе үтенәм”.
– Ниңә шулай бик тиҙ? Ҡайҙа ашығаһың? — тип өҙгөләнгән ҡатынына:
– Мин — коммунист, Әсмә! Һин түлке балаларҙы һаҡла! — ти. Өс бала — Венера, Фирҙәүес, Илдар һәм ҡатыны — әсәйебеҙ — оҙаталар уны:
– Дошманды еңеп, тиҙерәк ҡайт!
– Оҙаҡламам! Ураҡҡа ла төшмәй ҡалырһығыҙ, ҡайтып та етербеҙ!
Оҙатырға йыйылған халыҡ, күсейҙәргә хас булғанса, йыр башлай.
– Ҡалдың, Күсей, ҡалдың, Күсей,
Күсем таштарың менән,
Шул таштарға һыйынып үҫкән
Бөҙрә ҡайындар менән.
Хизбулла ла оҙатыусыларға йыр менән яуап­лай:
– Күсей юлы, Күсей юлы,
Күсей юлы таш ҡына.
Һеҙ дуҫтарҙы күрер өсөн
Йөрәккәйем ашҡына!..
Ошо рәүешле һуғыш дауамында Күсей ауылы фронтҡа үҙенең 147 улын оҙата. Ауылдашым, халыҡ шағиры Абдулхаҡ ағай Игебаев Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа арнап:
Һин, ауылдаш, тыуған тупраҡтарға
Оло яуҙан урап ҡайтманың.
Елдәр нисәмә ҡабат тәҙрә сиртте,
Ә һин ҡайтып тәҙрә ҡаҡманың, —
тип яҙғайны. Күсейҙең дәрт-дарманы ташып торған 84 егетенә илгә ҡайтыу бәхете тәтемәй. Тимәк, 84 ғаилә ҡоролмай, тыуыр балалар тыу­май, асылыр асыштар асылмай, яҙылыр әҫәрҙәр яҙылмай... Һуғыштың асылы ошо.

* * *
Һуғыш башланыуҙың икенсе көнөндә үк үҙ ирке менән ил һаҡлаусылар сафына баҫҡан Хизбулла Мөхәмәтҡоловҡа был саҡта яңы 32 йәш тулып уҙған була. Бөгөнгө көн үлсәмендә күп тә түгел, ә ул саҡта... Ул саҡта күптән айбарлы ир, уҙаман булған. Артта — Төркөстан фронты. Коллективлаштырыу, бәрелеш, көрәш. Атайым башта ҡайһы фронтҡа тура килгәндер — уныһын белмәйем. Ә бына 1942 йылда Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлгәс, ул шунда күсерелә. Атайҙан бала көйө ҡалғас, мин уның фронт биографияһын бик яҡшы белеп тә бөтмәйем. Апайҙарым, Илдар ағайым һуғышҡа тиклем тыуып ҡалған балалар булғас, күберәкте белә. Бер мәл Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән сағымда уның хеҙмәттәше Хисмәтуллин фамилиялы ҡарт мине үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡайһы бер нәмәләргә ул асыҡлыҡ индерҙе. Ә әсәйем Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта атайымдың:
– Ошо мәхшәрҙән иҫән-аман ҡайтып, туғыҙ йыл йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем, — тип ялбарғанын һөйләне.
“Эх! Ниңә ул шунда Хоҙайҙан күберәк ғүмер һорамаған икән?” — тип әсенеп иланым мин, атайҙы юғалтҡас. Хәҙер аңлайым, төшөнәм: Сталинград эргәһендәге ул һуғышта 4 мең яугирҙән 300-ө генә иҫән ҡала. Шул 300-ҙөң береһе — минең атайым. Һуғыштан атай 1945 йылдың 29 авгусында ҡайта, 1954 йылдың 29 авгусында... батырҙарса һәләк була.



(Дауамы. Башы 67-68-се һанда).



Вернуться назад