Өскөл хаттар11.04.2015
Өскөл хаттар Алдымда — һарғайып бөткән фронт хаттары. Ҡайһы бер урындары уҡырлыҡ та түгел: ваҡыт үтеү менән (ете тиҫтәнән ашыу йыл бит!) таушалып, йыртылып бөткән. Ләкин был хаттарҙа —уйланыуҙар, тетрәнеүҙәр, борсолоуҙар. Улар ябай ғына һүҙҙәрҙән торһа ла, үткән быуын менән хәҙерге быуынды тоташтыра, ил улдарының азатлыҡ өсөн көрәш юлын сағылдыра. Хаттар әҙ генә тынлыҡ ваҡытында окоп төптәрендә, траншеяларҙа ҡағыҙ киҫәктәренә тырнаҡ осондай ғына ҡәләм остоҡтары менән яҙылған.

Бына Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән егет — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, уҡытыусы Әхмәт Мәхмүт улы Әбүбәкировтың (1908—1943) ҡатыны Маһираға, улы Илгизгә, бәләкәй ҡыҙҙары Флүрә менән Флүзәгә яҙған хаттары. Ҡатыны уларҙы нисәмә йыл буйы күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләп һаҡлаған, ҡат-ҡат уҡып ятлап бөткән, күңелен йыуатҡан, әллә күпме күҙ йәше түккән. Ә ире — балаларының атаһы 1943 йылдың 24 февралендә дивизия рейдтан сыҡҡан саҡта батырҙарса һәләк була. Тик ҡатыны уның үлеменә һис ышанмай, сөнки һәр өскөл хатында: “Тиҙҙән фашистарҙы еңербеҙ. Көтөгөҙ. Мин ҡайтырмын”, — тип яҙылған.
Әхмәт Әбүбәкиров, уҡытыусы булараҡ, тәүҙә бронь менән ҡалдырылһа ла, 1941 йылдың көҙөндә үҙ теләге менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына яҙыла. Бына “Дим” станцияһынан 1942 йылдың 29 мартында яҙған хаты.
“...Көнө-төнө һуғыш серҙәренә өйрәнәбеҙ. Хәрби күнекмә үткәрәләр. Аттар менән эш итергә өйрәнәбеҙ. Ҡоралдарҙың барыһы ла хәҙергә ағастан.
...Маһира! Миңә посылка һалам тип уйлама. Бында барыһы ла етә. Ике ҡат күлдәк-ыштан бирҙеләр, итек, бейәләй, кәпәс, башлыҡ, ике таҫтамал, сылғау тараттылар. Әлегә барыһы ла һәйбәт. Артабан нисек булыр?”
1942 йылдың 13 апрелендә яҙған хаты:
“...Маһира! 15 апрелдән дә ҡалмай юлға сығабыҙ. Минең иптәшем Нурғәле Мырҙағәлин Ниғәмәт ауылынан, ә икен­сеһе — Баймаҡтан Юныс Мә­житов. Ошо дуҫтар, бәлки, хат яҙып торор, сөнки улар яҡташтар бит. Ул-былға ҡайғырмағыҙ. Маһира, бала­лар­ҙы асыҡтырма. Мөмкин булһа, бер-ике бот картуф сәсеп ҡалығыҙ...”
Яугир балаларының яҙмышы тура­һында ҡайғырта:
“...Маһира! Илгиздең уҡыуына ярҙам ит, бошоноп йөрөмәһен, балаларҙың кейеме йыртыҡ булмаһын. Илгиз улым, һин һеңлеләрең Флүрә, Флүзәне ҡарап йөрө. Маһира! Ҡыҙҙарҙы матур, тәр­биәле итеп үҫтер. Уларға арнап шиғыр ҙа яҙғайным әле.
Алтын төҫлө һары сәскәйеңде
Майлап ҡына тарап үрерһең.
Алтындан да алтын ҡыҙҙарымды
Минең төҫөм итеп күрерһең.
Һау булығыҙ. Күрешкәнгә тиклем. Иптәшең, атайығыҙ Әхмәт.
1942 йыл, июнь айы”.
“...Дошман самолеттары беҙҙең позицияны бомбаға тота. Яҡын-тирәләге ауылдар яна. Бомба, снаряд шартлауҙарына аттар сыҙамай. Шулай ҙа улар бер аҙ күнегә бара. Бер күҙем күктә, бер күҙем ҡәләмдә. Мин окопта. Ҡағыҙ киҫәгенә генә яҙып, хат-сәләмемде еткерәм. Мин иҫән. Тиҙҙән фашистарҙы еңербеҙ. Көтөгөҙ, мин ҡайтырмын. Әхмәт. 1942 йыл 15 ноябрь”.
“...Дон далаларындабыҙ. Йәшенерлек бер урын юҡ. Һыбайлы көйө дошманға ҡаршы һөжүмгә барабыҙ. Бөтә ерҙә үлем-ҡыйралыш. Яҙып бөтөрлөк түгел. Ҡайтҡас һөйләрмен. Мин иҫән-һау. Күрешкәнгә тиклем. Әхмәт”.
Яугир Ә. Әбүбәкиров һәр хатында ғаиләһенең, ата-әсәһенең, күрше-күләненең, ауылдаштарының сәләмәтлеге, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынған, ҡатынына нисек йәшәргә, нимәләр эшләргә кәңәш биргән.
Саҡ ҡына тынлыҡ урынлашһа, ауылда ҡалғандарҙы һағынып иҫкә алаһың, тип яҙа. Үлем бында һине һәр саҡ һағалап ҡына тора, тип өҫтәп тә ҡуя. Ә шулай ҙа ул әллә ни төшөнкөлөккә бирелмәй, тыуған төйәгенә имен-аман ҡайтып етеренә, киләсәктә тормоштоң элеккегә ҡарағанда ла матурыраҡ буласағына өмөтөн өҙмәй.
Һуңғы хаты 1943 йылдың 1 февралендә яҙылған, әммә ул туғандарына ваҡытында барып етмәгән. Бында дивизияның политбүлек начальнигы көн­дәле­генә таянабыҙ. 1943 йылдың февраль айында баш­ҡорт атлылары дошман тылына рейд менән үтеп инә. Ошо рейдтан сығыу юлдарын асыҡлау өсөн Ә. Әбү­бәкиров етәкселегендә разведчиктар төркөмө ебәрелә.
Разведчиктар ғәҙәт буйынса үҙҙәренең барлыҡ документтарын штабта ҡалдырып китергә тейеш була. Бына ошо документтар араһында ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған өлкән сержант Әхмәт Әбүбәкировтың ғаиләһенә яҙған, ләкин ебәреп өлгөрмәгән һуңғы хаты ла табыла. Разведчиктарҙың барыһы ла һәләк була.
“...Һөйөклө Маһира! Күҙ нурҙарым, ҡыҙҙарым Флүрә, Флүзә, улым Илгиз! Бик ҙур һуғыштар алып барабыҙ. Һәр көн иртән ҡояш сыҡҡан һымаҡ, беҙҙең яҡта ла еңеү таңы яҡынлаша. Иптәштәрем бик батыр һуғыша. Һәр шатлыҡ, ҡайғыны бергә кисерәбеҙ. Бына беҙ хәҙер туғандаш Украина ерендә. Үҙем һау-сәләмәт. Көнө-төнө һеҙҙе уйлап һағынам. Алдағы көндәрҙә лә эшебеҙ шулай ыңғай барһа, дошманды еңеп ҡайтырмын, барыһын да һөйләрмен. Алда беҙҙе бәхетле, шатлыҡлы тормош көтә.
Аҡыллым, Маһира, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һөйөклө улыбыҙҙы бойоҡторма. Ул – беҙҙең алдағы өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ. Хаттарығыҙ һирәк килә, һеҙҙән һәр саҡ хат-хәбәр көтәм. Һеҙҙең һаулыҡты белеү — минең өсөн үҙе бер ҙур байрам. Бәлки, хаттар ҙа мине эҙләп таба алмайҙыр. Беҙ бит һәр саҡ бер урында булмайбыҙ. Һеҙҙе ҡосаҡлап ҡалыусы Әхмәт. 1943 йыл, 1 февраль”.
Өскөл хаттар, хаттар... Ғәзиз атайҙарынан, ирҙәренән, улдарынан, һөйгән егеттәренән ҡалған иң ҡәҙерле ҡомартҡы, иҫтәлек булып һаҡлана улар. Ябай һалдат яҙмаларының һәр береһендә: “Беҙ еңәсәкбеҙ! Дошман тар-мар ителәсәк!” — тигән ышаныс сағыла.







Вернуться назад