Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ!11.04.2015
Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ! Яугирҙәр менән бер рәттән беҙ, тылдағылар ҙа, егелеп эшләнек. Һуғыштың башланыуын да, Еңеү көнөн дә яҡшы хәтерләйбеҙ. Оноторлоҡмо ни? Һуғыш башланған көндә беҙ Темәс педучилищеһының II курсын тамамлағайныҡ ҡына. Радионан сит ил эштәре министры Молотовтың мөрәжәғәтен илай-илай тыңлағаныбыҙ иҫтә. Беҙгә ул ваҡытта ни бары 15-16 йәш.

Ул саҡта Баймаҡ районының Мул­лаҡай ауылында йәшәй инек. III курста уҡый башлағанда атайым Рәхимйән Баһуман улы дәрестән саҡырып сы­ғарып, үҙенең фронтҡа китәсәген әйтте, ә миңә Муллаҡайға ҡайтып, мәктәптә уҡытырға ҡушты. “Ҡыҙым, илама, һуғыш бик ҡаты бара, беҙгә лә көрәшмәйенсә мөмкин түгел”, — тип йыуатты. Атайымды фронтҡа оҙатҡан көндө һис тә оноторлоҡ түгел. Ул гармунда уйнап, күңелле йырҙар йырлап китеп барҙы. Әсәйем өс балаһы менән яңғыҙ ҡалды. Һеңлем Сөйөмбикә, өс йәшлек ҡустым Рафаэль өҫтөнә дүртенсегә ауырлы ла ине. Шуға ла мин эшләргә тейешмен. 15 йәшемдә үҙемдән аша ҡарап торған уҡыу­сыларҙы уҡыта башланым. Әлбит­тә, еңел булманы.
Халҡыбыҙ хәтәр көндәр кисерҙе. Ауыл-ҡалалар яна, илебеҙ ут эсендә ыңғыраша, еребеҙҙе ялмап дошман яуы килә. Атайҙы фронтҡа оҙатҡанда тальян гармунда уйнап әйткән таҡмаҡтары әле лә иҫтә:
Һыҙылып таңдар атҡан саҡта
Ҡулдарымда винтовкам,
Фашистарҙы тар-мар иткәс,
Беҙ ҡайтырбыҙ фронттан.
Һауаларҙа гөрләп тора
Самолет моторҙары,
Фашизмға удар яһай
Беҙҙең ил батырҙары.
Атайыбыҙ Сағуманов Рәхим Баһуман улы 1901 йылда Шишмә районының Дөмәй ауылында тыуған. Комсомолда сынығыу алған коммунист була. Совет партия мәктәбендә, шул уҡ ваҡытта китапханасылар курсында уҡый. Тәүҙә китапханасы, аҙаҡ Силәбе ташкүмер ятҡылығында, хәрбиләштерелгән ҡара­уыл отрядында эшләй. Баҡы ҡалаһында эшсе-крәҫтиән милицияһы мәктәбен тамамлап, Башҡортостанға ҡайтҡас, Баймаҡ районында һаҡлыҡ кассаһы мөдире вазифаһын башҡара. Ә 1938 йылда ВКП(б)-ның Баймаҡ район комитетына инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Унан һуң Аҡмо­рондағы 46-сы йыл­ҡысылыҡ заводына политбүлек на­чаль­нигы итеп ебәрәләр. Артабан “Һәүәнәк” совхозының Билал фермаһы идарасыһы була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан “Ҡыҙыл Октябрь”, “Таналыҡ” ху­жа­­лы­ҡтарында партия ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара.
Атайыбыҙ Граждандар һуғышында ла ҡатнашҡан, Кавказда аҡ бандаларға ҡаршы көрәшкән. Ә Бөйөк Ватан һуғы­шында Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында булған. Дивизияла “Ҡыҙыл атлылар” гәзите сығарылған. Уның 1942 йылдың 19 декабрендә сыҡҡан һанында “Замполит Сағуманов” тигән мәҡәлә баҫылған. Шул яҙманы беҙҙең йортҡа ебәргәндәр. Уҡыйыҡ әле: “Далала тыныс түгел, ә ҡа­сандыр унда тын һәм тыныс булғандыр. Ә әле “катюша”лар, минометтар тауышы, пулялар ыжғырыуы аҫ­тын­да кемдер әсе ҡысҡырып: “Тыуған ил өсөн, Ватан өсөн алға, иптәштәр!” — тип саҡыра. Был — замполит Сағуманов. Йәғни командир сафтан сыҡҡас, эска­дрон­ға идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Фаши­с­­тар ҡо­рос бронялар артына йәшеренеп, сна­ряд­тар, пулялар яуҙыр­ҙы. Сағу­манов артынан башҡорт егеттә­ренән торған эскадрон алға барыуын дауам итте. ПТР-ҙан атып, ике транспортерҙы ҡый­рат­тылар. Оккупанттарға бронялар ярҙам итмәне. Ә замполит Сағуманов алға барыуын дауам итте. Көтмәгәндә ул да яу яланында йығылды. Тыуған илде йәне-тәне менән һөйгән лейтенант Рәхим Сағумановтың яҡты, әммә бик ҡыҫҡа ғүмере күктә атылған йондоҙ һымаҡ шулай өҙөлдө”.
...Еңеүҙең 70 йыллығын тулҡын­ла­нып ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Уҡыусы­лар менән осрашып, ул саҡтағы осорҙоң аяныслы мәлдәрен, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән батырҙарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Бөгөнгө Украиналағы ваҡи­ғалар ҙа һиҫкәндерә, борсоуға һала. Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ. Ҡалған ғүмеребеҙ тик шатлыҡта үтһен ине.

Гөлкәй ЯҠУПОВА,
хеҙмәт ветераны.



Вернуться назад