Ә һин Кәтүкте хәтерләйһеңме?!.10.04.2015
Ә һин Кәтүкте хәтерләйһеңме?!. Былтыр республикала “Ижади саҡырыу” тигән мәрхәмәтлек акцияһы башланғайны. Башҡортостандың күренекле сәнғәт әһелдәре был сараны күтәреп алып, һөнәри оҫталығын күрһәтте һәм махсус асылған иҫәпкә хәленән килгәнсә аҡса күсерҙе. Ниндәй иҫәп, ниндәй матди сығым, тиерһегеҙ. Эш шунда: һуңғы йылдарҙа пенсияға сыҡҡан, йә булмаһа төрлө сәбәп арҡаһында ярҙамға мохтаж булған, әммә заманында сәхнәләрҙе шаулатҡан артис­тар, йырсылар, бейеүселәр, яҙыусылар хаҡында республика матбуғатында ғына түгел, ә Рәсәй баҫмаларында ла йыш яҙыла.
Мәрхәмәтлек акцияһының иде­яһы шунан ғибәрәт – ул һәр ижад кешеһенә ихлас күңелдән ярҙам итеүҙе, кешеләргә миһырбанлыҡ менән бағыуҙы күҙ уңында тота. Сара Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановтың сығышы ме­нән башланып киткәйне, унда дәүләт эшмәкәрҙәре лә, төрлө уҡыу йорто уҡытыусылары ла, студенттар ҙа дәррәү ҡушылды: әлегә бөтәһе бергә 348 кеше ҡатнашып, 67800 һум аҡса йыйылған.
Ошо көндәрҙә “Ижад кешеләре” фондының ирек­мәндәр үҙәге асыл­ды. Тәүгеләрҙен булып Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһы артисы Әхәт Ураҙмәтовтың – мәшһүр Кәтүктең – барып хәлен белеш­теләр. Күстәнәс, бүләк менән килгән ҡунаҡтарҙы хужалар бик йылы ҡаршы алған. “Барлыҡ пенсионерҙарға, ветеран­дарға сәләм еткерегеҙ!” – тип оҙатҡан улар фонд вәкилдәрен. Эйе, бөгөн Интернет, юғары технологиялар заманы, әммә һәр кем арала­шыуға, йылы мөнәсәбәткә мохтаж. Ҡасандыр халыҡ алдында үҙҙәрен йәлләмәй сығыш яһаған күре­некле шәхестәрен оноторға тейеш түгел рәхмәтле тамашасы, уҡыусы!
Әйткәндәй, “Бәйләнештә” (vk.com) социаль сел­тәрендә “Ижад кешеләре” фондының махсус бите бар. Бәлки, кемдер үҙ теләге менән пен­сио­нерҙарға ярҙамлашырға теләйҙер? Рәхим итегеҙ.
Һуңғы арала акцияға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай­ҙың мәға­риф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, балет артистары Гөлсинә Мәү­лекәсова, Илдар Маняпов, йырсы Әлфиә Кәримова ҡушылған. Бүләктәр әҙерләргә “LOVE & LIFE” рестораны ярҙам иткән. Фондтың етәксеһе Альмира Соломинова әйтеүенсә, Мәҙәниәт йылында баш­ланған акция Әҙәбиәт йылында ла әүҙем дауам итә. Ҡушылығыҙ, мәрхәмәтле йөрәк­тәр!


Вернуться назад