ЙОНДОҘНАМӘ10.04.2015
(13 – 19 апрель)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Йәшәү көсө артыуын тойорһоғоҙ. Тик уны юҡ-барға сарыфламағыҙ, ә хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтегеҙ. Был аҙнала яҙмышығыҙ үҙегеҙҙең ҡулда. Мөхәббәт өлкә­һен­дә лә уңыштар көтә. Эшмәкәрлектә тәүәккәллек һәм яуаплылыҡ күрһәт­һәгеҙ, барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырһығыҙ. Һаулыҡ йәһәтенән иһә ҡан баҫымын күҙәтеп, ваҡытында сара күреү хәйерле.
БУҒА (20.04 — 20.05).
Бөтөн эште лә бер үк ваҡытта башҡарырға өлгөрөрһөгөҙ. Тик әүҙем­лекте бер аҙ кәметергә кәңәш ителә, юғиһә көрсөккә килеп терә­лерһегеҙ. Тормошоғоҙҙа ҡайһы бер кешеләр менән бәйләнеште өҙөргә кәрәктер, бәлки. Сабыр булығыҙ, тиҙҙән барыһы ла яйға һалыныр. Табипҡа күренегеҙ, йәшерен ауырыуҙы алдан уҡ иҫкәртеү яҡшы.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Бөтөн күңелегеҙ менән үҙгәреш­тәр көтәһегеҙ. Бер аҙ ял итеп алыу артыҡ булмаҫ. Бының өсөн һәр мөмкинлекте файҙаланырға тыры­шы­ғыҙ: дуҫтарығыҙ менән осрашы­ғыҙ, мәҙәни сараларға барығыҙ, һис юғында, саф һауала йөрөгөҙ. Эшмә­кәрлектә лә яңы ағымға, үҙенсәлек­ле ҡарарҙарға мохтажлыҡ ҙур булыр, моғайын. Нервы системаһын көсөргәнештән һаҡлағыҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Башкөллө эшкә сумырһығыҙ. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн бер аҙ ныҡышмаллыҡ, ҡайһы саҡта хатта тупаҫлыҡ талап ителер. Шул арҡала иғтибарға мохтаж булған яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттә­регеҙҙең һыуыныуы ихтимал. Низағ тыуҙырмаҫҡа, сабыр булырға тырышығыҙ. Тиҙҙән барыһы ла көйләнер.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Мөхәббәт өлкәһендә еңеү артынан еңеү яуларһығыҙ. Эш урынында хеҙмәттәштәрегеҙҙән һәм етәксе­лек­тән хуплау ишетерһегеҙ. Уңышлы осор оҙағыраҡ дауам итһен тиһәгеҙ, үҙегеҙгә иғтибар йәлеп итергә, фе­керҙәштәр, яңы таныштар табырға ашығығыҙ. Һаулыҡ йәһәтенән дә барыһы ла ал да гөл, организмға бер аҙ витаминдар етмәүе генә ихтимал.
ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Бөтөн ваҡытты тормошсан мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеп үткәрер­һегеҙ, моғайын. Яҡындарығыҙ иғти­бар­ҙан ситтә ҡалыуын тойор, шуға күрә ял көндәрен улар менән үткә­рергә тырышығыҙ. Эске һиҙем­ләүе­геҙгә ҡолаҡ һалһағыҙ, хата­лан­маҫ­һығыҙ. Организмығыҙ бик арыған, ауырыуҙарҙан, көсөргәнештән һаҡланығыҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Бар нәмәне үҙағышына ҡуя торған осор. Һөйгәнегеҙ менән бөтөнләй тап кил­мәүегеҙгә тағы ла бер ҡат инанырһығыҙ. Тик уны үҙгәртергә маташмағыҙ. Үҙе­геҙҙе ылыҡтырған ыңғай яҡтарын табырға, етешһеҙлектәрен күрмәҫкә ты­рышығыҙ. Эшмәкәрлектә әллә ни яңылыҡтар көтөлмәй, барыһы ла һәүетемсә барыр.
САЯН (23.10 — 21.11).
Романтик осрашыуҙарҙы ял көн­дә­ренә йә булмаһа киләһе аҙнаға тиклем кисектереп торорға тура килер, моғайын. Аҙна ваҡ мәшә­ҡәттәр, көнкүрештәге мәсьәләләрҙе хәл итеү, бурысты ҡайтарыу менән үтер. Эшмәкәрлектәге мөһим ҡарар­ҙарҙы был осорға планлаштыр­мағыҙ. Сирҙе иҫкәртеү өсөн табипҡа күренергә кәңәш ителә.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Уңышлы осор дауам итә. Был эшмәкәрлеккә лә, шәхси мөнәсәбәт­тәргә лә ҡа­ғыла. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡ­һындырған кеше менән араларығыҙ яйланыр. Буласаҡ йәрегеҙҙе осратыу мөмкинлеге лә бик ҙур. Эштә һәләтегеҙҙе асыу өсөн уңайлы аҙна. Тик уңыштан башығыҙ әйләнеп, бер аҙ талсығыуығыҙ бар, ял итергә онотмағыҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Һүлпәнлек күрһәтергә кәңәш ителмәй. Йорт мәшәҡәттәренә су­мыр­һығыҙ. Өй һала башлау, күсемһеҙ милек һатып алыу, ғаиләне нығытыу өсөн уңайлы аҙна. Оло йәш­тәге туғандарығыҙҙың хәлен белергә онотмағыҙ, балаларығыҙға иғтибарҙы йәлләмәгеҙ. Сәләмәт­леккә килгәндә, теш һәм быуындар һыҙлауы ихтимал. Табипҡа күренегеҙ.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Ярҙамығыҙға барыһы ла – дуҫ-ишегеҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ, яҡындарығыҙ – можтажлыҡ кисерер. Әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, бөтәһенә лә өлгөрөрһөгөҙ, эшегеҙ ҙә уң булыр. Яңы танышлыҡтар эшмәкәрлектә яңы офоҡтар асыуға, өҫтәмә табыш алыуға этәргес бирер. Һалҡын тейеүҙән һаҡланығыҙ.
БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Тәжрибә туплау, артабанғы үҫеш өсөн көс-ҡеүәт алыу осоро. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә матди мәсьәләләрҙең алғы һыҙыҡҡа сығыуы, һөҙөмтәлә һөйөү һәм романтика кеүек хис-тойғоларға урын ҡалмауы бар. Аҡса табыу теләге менән өҫтәмә эшкә урынлашыуығыҙ мөмкин. Туҡланыуға иғтибар итегеҙ, аш һеңдереү ағзаларына зыян килеүе ихтимал.


Вернуться назад