Лағыр ауылының ғына түгел, республиканың беренсе опера йырсыһы Хәбир Ғәлимовҡа хөрмәт йөҙөнән һәм уның иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында төрлө саралар күрелһен ине, тип яҙа автор.
Салауат районы хакимиәтенән уға ҡарата килгән хатта түбәндәгеләр яҙылған.
“РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, арҙаҡлы шәхес Хәбир Ғәлимовтың тыуған ауылындағы урамға уның исеме бирелгән. Лағыр урта мәктәбендә шәхестең тормош юлына һәм ижадына арналған музей эшләй, таҡтаташ ҡуйылған.
2014 йылда ошо уҡ ауылда Хәбир Ғәлимовҡа арнап башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Оҙон көй” район конкурсы үткәрелде. 2015 йылда иһә был бәйге Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай һәм Салауат райондарынан килгән ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп, зона кимәлендә ойошторолдо.
“Беренсе опера йырсыһы” тигән мәҡәләлә Малаяҙҙағы балалар музыка мәктәбенә йәки мәҙәниәт йортона шәхестең исемен биреү тәҡдиме әйтелә. 1998 йылдың 23 июлендә сыҡҡан “Башҡортостан Республикаһында урамдарға, майҙандарға һәм биләмәләрҙең башҡа состав өлөштәренә, ойошмаларға дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең исемен биреү тәртибе тураһында” 175-се Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, ойошмаға арҙаҡлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре исемен биреү мәсьәләһен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте хәл итә, тәҡдимде иһә урындағы үҙидара органдары индерә ала.
Мәсьәләне атап үтелгән Законға ярашлы хәл итеү өсөн ул тиҙ арала район хакимиәте тарафынан ҡараласаҡ”.
Тимәк, Хәбир Ғәлимовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында район кимәлендә саралар күрелеренә өмөт бар.
Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.