Ас табип еренә еткереп эшләй алмай10.04.2015
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Вәлиев Өфө ашығыс медицина ярҙамы станцияһы етәкселеге һәм протест белдергән “Действие” профсоюзы ағзалары — Орджоникидзе ярҙамсы станцияһы хеҙмәткәрҙәре — менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Әйткәндәй, 19 мартта ошо станция мөдире аслыҡ иғлан иткәйне. Әле акцияла ҡатнашыусылар һаны һигеҙ кешегә етте. Табиптарға протест сараларын туҡтатырға тәҡдим ителде. Ләкин, Рөстәм Вәлиевтең әйтеүенсә, осрашыуҙа профсоюз хеҙмәткәрҙәре был тәҡдимде ҡәтғи кире ҡаҡты. Уларҙың талаптары үҙгәрешһеҙ ҡала — бөтөн шелтәләрҙе ғәмәлдән сығарыу, өлкән табип Гәрәеваны эштән бушатыу, шулай уҡ ярҙамсы станция мөдире Йосоповаға әүәлге анестезиолог-реаниматолог вазифаһын кире ҡайтарыу.
– Әле станция белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән, анестезиолог-реаниматолог та бар, шуға күрә был талапты үтәү мөмкин түгел. Табипты эштән бушатыу өсөн административ нигеҙ юҡ. Шелтә биреү хаҡында ҡарарҙы махсус комиссия ҡабул иткән, шуға күрә ҡануниәткә ярашлы уны ла ғәмәлдән сығарып булмай, — тине министр вазифаһын башҡарыусы. — Ашығыс ярҙам хеҙмәтендәге низағ, эшмәкәрлек сигенән сығып, шәхси мөнәсәбәттәргә күсте. Бының шантаж булыуы ла ихтимал. Әле Брянск, Саранск, Ижевск ҡалаларында ла ошондай уҡ акциялар үтә. Уларҙың авторы — медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы вәкиле Андрей Коновал.
Аслыҡ иғлан итеүҙәренә ҡарамаҫтан, ярҙамсы станция хеҙмәткәрҙәре эш ваҡытында бурыстарын башҡара. Уларҙы берәү ҙә эштән бушата алмай. Шул уҡ ваҡытта бындай хәлдә табиптың да, фельдшерҙың да сифатлы ярҙам күрһәтеүе икеле.
Өфө ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы Марат Йыһаншин әйтеүенсә, был мәсьәлә ҡануниәт кимәлендә хәл ителергә тейеш. Ашығыс хеҙмәттәр үҙ бурыстарын физик яҡтан үтәй алмай икән, уларҙы эштән ситләтергә кәрәк. Пациенттарҙың ғүмере һәр йәһәттән өҫтөн булырға тейеш бит.
Әйткәндәй, ярҙамсы станциялағы ҡалған 60 хеҙмәткәр коллегаларының аслыҡ иғлан итеүен хупламай.
– Был буталсыҡ ваҡиға имен-аман тамамланһын ине. Кешеләр үҙҙәренең һөнәри бурыстарын үтәүгә тотонһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Вәлиев.