“Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалы һынау үтте. Унда ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашасаҡ ирекмәндәр, шулай уҡ журналистар ҡатнашты.“Өфө” халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Андреевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 800 тирәһе пассажирҙы ҡабул итеү һәм оҙатыу ни бары бер сәғәт талап итә, тимәк, эш юғары кимәлдә тормошҡа ашырыла. Теркәү һәм махсус тикшереү үтеү, багажды оҙатыу кеүек сараларҙың һәр береһенә 20-шәр минут бүленә.
Пассажирҙар Нью-Йорк, Бангкок һәм Гоа маршруттары буйынса осорға тейеш ине. Терминалға инеү, тәғәйенләнгән рейсҡа теркәлеү, таможня һәм паспорт тикшереүе үтеү, багажды ҡабул итеп алыу һәм башҡаларҙың барыһы ла ҡытыршылыҡһыҙ барҙы.
Яңы терминалдың майҙаны 17 мең квадрат метр тәшкил итә. Паспорт тикшереүе үтеүгә 40 кабина ҡуйылған, бынан тыш, багаж менән эш итеү өсөн заманса ҡорамал урынлаштырылған. Ҡыҫҡаһы, терминал сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндереү һәләтенә эйә.
Тиҙҙән бында VIP-сектор асыласаҡ, терминалдың ихатаһын тәртипкә килтереү дауам итә.