Юлдарыбыҙ төҙөкләнһен өсөн10.04.2015
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы 27 апрелдән 27 майға тиклем дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын төҙөкләндереү айлығы иғлан ителде.

Сара юлдарҙың, яһалма ҡоролмаларҙың санитария-техник торошон яҡшыртыуҙы, уларҙы тәртипкә килтереүҙе күҙ уңында тота. Район, ҡала, ауыл хакимиәттәренә, предприятиеларға дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын, урамдарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, биҙәү йәһәтенән бригадалар ойошторорға тәҡдим ителде.
Ай дауамында урамдарға асфальт түшәү, юлдарҙы яңыртыу ҡарала. Юл яны һыҙаттарына ла ҙур иғтибар биреләсәк. Был эш күп йыллыҡ үләндәр сәсеүҙән, сүп үләндәрен утауҙан ғибәрәт.
Айлыҡ тамамланғас, тейешле ведомстволар 5 июнгә тиклем юлдарҙың торошон тикшереп, эшкә йомғаҡ яһаясаҡ.






Вернуться назад