Көйөргәҙелә сәсеү көйлө барасаҡ10.04.2015
Көйөргәҙелә сәсеү көйлө барасаҡ Элегерәк көйөргәҙеләр ҡоролоҡтоң ни икәнен дә белмәне, ә бына һуңғы йылдарҙа уларҙа ямғыр инәлтеп кенә яуа, йәй буйы тиерлек Ырымбур далаларынан ҡоро ел генә иҫә. Райондың баш инженеры Мотаһар Ибраһимовтың һөйләүенсә, агрономдар бер осрашҡанда ҡыҙыҡ өсөн эҫегә кибеп ярылған ерҙе үлсәп ҡараған. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, баш һыймалы икән ярыҡтар! Тәрәнлеген самаларға иткәндәр – кеше буйы таяҡ етмәгән хатта. Әммә шундай ҡырыҫ шарттарҙа ла иген үҫтерә, мал аҫрай район эшсәндәре.
Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Туҡаевтың һөйләгәндәрен ҡағыҙға төшөрҙөк.

– Башта хеҙмәт кешеләре тураһында һөйләп үтәйем, – тип башланы һүҙен Рәмил Ғиләж улы. – Кооператив Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал, Ҡыҙыл Маяҡ, Яңы Аллабирҙе, Яҡут, Юшатыр, Яңы Ҡалта, Аҡһары, Яманғол ауылдары халҡына эш урындары булдырған. 300 тирәһе кеше мәшғүл беҙҙә, улар тейешле аҡсаһын ваҡытында алып тора, тырыштарын премия менән дәртләндерәм. Баш ҡалаға яҡын райондарҙың береһенә барғанда малсылар, механизаторҙар һәм белгестәр етмәүгә зарланыуҙарын ишеткәйнем, беҙ иһә ундай мәсьәлә менән баш ватмайбыҙ. Бөгөн Киров исемендәге кооперативҡа ҡараған биләмәлә бер генә фермерҙың да юҡлығына иғтибар итегеҙ.
Көйөргәҙелә сәсеү көйлө барасаҡӘле яҙғы сәсеүгә тулыһынса әҙербеҙ тип ауыҙ тултырып һөйләй алабыҙ. Орлоҡҡа ғына өс миллион һум тотондоҡ, бынан тыш 15 тонна бензин, 60 тонна дизель яғыулығы хәстәрләнек. Сәсеү тамамланғансы яғыулыҡ-майлау материалдары артығы менән етәсәк. Машина-тракторҙарға техник тикшереү уҙғарыл­ған, өҫтәүенә, механизаторҙар ҙа планға ярашлы медицина тикшереүе үтте.
Моғайын, сәсеүлек майҙаны ла ҡыҙыҡһындыралыр. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәребеҙ 23 мең ярым тирәһе гектар тәшкил итһә, шуның яҡынса өстән бер өлөшө – баҫыуҙар. Ужым бойҙайын 3 мең ярым гектарға сәскәйнек.
Дәүләттең хәстәрлеген тоябыҙ, әммә ярҙам тағы ла күберәк булһа ине тигән теләк бар. Ул саҡта инде уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлеге артасаҡ. Әйткәндәй, күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов исемендәге йәмғиәтенән 500 баш һыйыр малы алып ҡайттыҡ, хәҙер беҙҙә уларҙың һаны 2 мең ярымға етте. Был һис тә сик түгел, әлбиттә.
Ырымбур өлкәһе хужалыҡтары менән сиктәш булғас, тәжрибә уртаҡлашып торабыҙ, бер-беребеҙҙең уңыштарын күреп, яңы үрҙәргә ынтылабыҙ. Ярышып эшләү зыян итмәй, киреһенсә, сәмде арттыра бит ул. Һуңғы йылдарҙағы тәбиғәт һынауҙары иһә Октябрь һәм Көйөргәҙе райондарын тағы ла нығыраҡ дуҫлаштырҙы.

И. МӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.


Вернуться назад