Халыҡты арытырға ярамай10.04.2015
– Ауылға ялға ҡайтҡанымда өләсәйем Ҡөрьән мәжлесе уҙғарҙы. Етмеш йәш тирәһендәге инәйҙән аят уҡыуын һоранылар. Өйҙә Ҡөрьәнде үҙаллы өйрәнгәнлектән, сүрәләрҙе ниндәйҙер кимәлдә беләм: мәжлестә тик “Йәсин” сүрәһе яңғыраны. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Алдан “Фатиха”ны уҡыу кәрәкмәй инеме?
З. МУСАҠАЕВА.
Балтас районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим” – тормош ҡануны. Уның әҙәм балалары дөрөҫ юлдан барһын өсөн индерелгән ҡағиҙәләре нисәмә быуат инде көнүҙәклеген юғалтмай, хатта ки әһәмиәте арта ғына бара.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ҡөрьән хаҡында оҙон хәҙис әйткән. Унда үткәндәрҙең тарихы, киләсәктең хәбәре барлығы, ғалимдарҙың был аяттарҙан бер ҡасан да туймаясағы хаҡында белдергән. Ни өсөн тигәндә, “Ҡөрьән Кәрим”дә меңләгән төрлө хикмәт ята, ғилем, тәрбиә, иҡтисад, экология, хоҡуҡ һәм башҡа бихисап өлкә яҡтыртылған. Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек. Ләкин береһен дә айырып ҡарарға, быныһы әһәмиәтлерәк, уныһы түбәнерәк тип баһаларға хаҡыбыҙ юҡ. Аллаһ Тәғәлә еткергән һәр һүҙ бөйөк.
“Ҡөрьәндең ҡайһы ере һиңә еңел бирелә, шул тирәһен уҡы”, тиелгән изге китапта. Намаҙҙа, әлбиттә, һәр рәҡәғәт башында “Фатиха” сүрәһе әйтелә. Артабан башҡа аяттар ҡушылып китә. Уларҙы Ҡөрьәндең теләгән еренән алырға мөмкин. Шуныһы ла бар: ғибәҙәтте оҙаҡ итеп ҡылырға кәңәш ителмәй.
Ҡөрьән мәжлесендә Ҡөрьәндең төрлө аяттарын уҡырға мөмкин. “Ниңә быныһын алдың, икенсеһе кәрәк ине” кеүек дәғүәләр урынһыҙ. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, намаҙҙағы һымаҡ талап – халыҡты арытып, оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй. Ә әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, инәй кеше “Йәсин”де уҡыған. Был сүрәне тамамлау өсөн кәмендә ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Оҙаҡҡараҡ һуҙылып китә бит. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм быны өнәмәгән. “Халыҡты ялҡытырға ярамай”, – тип шелтә белдерер булған ул.
Өҫтәүенә, хөрмәтле йәмәғәт, Ҡөрьән мәжлесендә аятты имам-хатиптың йәки мәсеттә хеҙмәт иткән башҡа диндарҙарҙың уҡыуы яҡшы. Шул ваҡытта тәртип нығыраҡ булыр, ғәмәл дини ҡанунға тап килер. Ҡөрьәнде бит дөрөҫ итеп, еренә еткереп уҡырға кәрәк. Был ғына ла түгел, мәжлестәгеләргә вәғәз-нәсихәт тә әйтелергә тейеш. Ғөмүмән, ошо тәртиптән ситкә китмәҫкә тырышыу мөһим. Тимәк, был эшкә имам-хатип, мәсеттә эшләгән башҡа диндарҙар етәкселек итһә, дөрөҫ булыр.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа мәсеттәр күпләп асыла, халҡыбыҙ күңеленә иман нуры ҡайта икән, Аллаһ Тәғәлә биргән ошо бәрәкәтте күҙ ҡараһылай һаҡларға, бергәләп кәңәшләшеп эшләргә, дини ҡанундарҙы, Ҡөрьәнде өйрәнергә насип ҡылһын. Шулай булһа, аңлашылмаусанлыҡтар, етешһеҙлектәр артта ҡалыр, мәхәлләләребеҙ тулыланыр, йортобоҙҙа, төбәгебеҙҙә ҡот артыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.