Нәсихәттәр10.04.2015
Кемдең өҫтөнөрәк икәнен Аллаһ белә

Тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ, тип өйрәткән пәйғәмбәре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был һыҙат – шайтан фиғеле.

“Мин” тигән һүҙҙе лә тәүгеләрҙән булып иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға бойорғас, бойороҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберләнгән шайтан. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.
Кемдең кемдән өҫтөнөрәк, яҡшыраҡ булыуын Аллаһ Тәғәлә үҙе белә. “Яҡлау һорағанға ярҙам итегеҙ, Раббыбыҙ ризалығы өсөн тип саҡырылған ергә бармай ҡалмағыҙ, изгелек ҡылғанға яҡшылыҡ менән яуап бирегеҙ”, – тип өйрәткән Пәйғәмбәребеҙ.


Таҙарынһа,
алтынға әйләнер



Бәндәнең яҙмышы – Аллаһтың ихтыярында. Раббыбыҙ әҙәм балаһын бәлә-ҡаза менән дә һынап тора.

Язаны Аллаһ Тәғәлә кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә һынау – сабырлыҡты, камиллыҡты тикшереү – өсөн бирә. Бәләләр бәндәне күңел керенән таҙарта. Шул ваҡытта паклана белгәндәр алтынға әйләнә, ә булдыра алмағандар вәхшигә әүерелә.
“Был донъялағы һынауҙар бәндәгә файҙа бирә алмаһа, улар ахирәткә ҡала”, – тип өйрәтә дин. Тимәк, тормоштоң төрлө имтиханын фани донъяла лайыҡлы үтеп, әҙәм булып йәшәү яҡшы.


Вернуться назад