Батыр олатайым хаҡында10.04.2015
Батыр олатайым хаҡында Бөйөк Ватан һуғышында олатайымдың атаһы Мөстәҡим Хөснөтдин улы Кинйәбаев та ҡатнашҡан. Уның батырлыҡтары хаҡында һөйләгем килә. Олатайым-өләсәйемдән генә түгел, матбуғат баҫмалары аша ла беләм был хаҡта.

Ҡарт олатайым 1926 йылдың 18 мартында Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған. Мыҡты кәүҙәле булғаны өсөн уны 1925 йылғылар менән бергә 17 йәшендә һуғышҡа алып китәләр. Тыуған еренә, иленә һөйөүе шул тиклем көслө була, ул үҙен һис аямай дошман менән алыша. 1944 йылда 1-се Белоруссия фронтының “Ҡыҙыл Армия” гәзитендә уның фотоһы ла баҫылып сыға.
1980 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 100 йыллыҡ юбилейына килгән төркмән яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Сәйетнияз Атаев Мөстәҡим ола­тайымдың батырлығы тураһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенән тороп әйтә. Бына нимәләр һөйләй ул: “Беҙҙең 143-сө Конотоп-Коростень уҡсылар дивизия­һына ҡараған 800-сө уҡсылар полкында баш­ҡорт халҡының ҡурҡыу белмәҫ улы Мөстәҡим Кинйәбаев та хеҙмәт итте. Иҫ китмәле батырлығын ул немец фашистарына ҡаршы алышта күрһәтте. Бигерәк тә Днепр өсөн көрәштә һәм Украинаның уң яҡ биләмәләре өсөн яуҙа айырылып торҙо ул. 1944 йылдың ғинуарында дошман тылында, Сарны ҡалаһы тирәһендә, М. Кинйәбаев сигенгән немец колоннаһының иң төп танкын яндырҙы.
Был хәл урман эсендә барҙы. Дошман ни эшләргә белмәй баҙап ҡалды, ҡасып ҡотола алмай ыҙаланды. Коростень районының Михайловка ауылында ҡаты алыш бара, фашис­тар ҡотолоу юлын эҙләй ине, шул ваҡыт миңә әзмәүерҙәй немец офицеры ташланды. Хәрби антҡа тоғро ҡалған һәм шуны намыҫ менән үтәгән Мөстәҡим, үҙенең командирын ҡотҡарып, немецты әсирлеккә алды. Ковель янындағы һуғышта башҡорт егете ҡаты яра­ланғайны һәм уны дивизияның медсанбатына алып киттеләр. Мин Мөстәҡимде ҡабат күрмәнем. Батырлығы хаҡында белорус гәзите яҙып та сыҡты”. Төркмән яҙыусыһының ошо телмәре М. Ғафуриҙың кисәһенә бағышланған китапта, аҙаҡ 1981 йылдың 21 авгусында “Советская Башкирия” гәзитендә баҫылып сыға.
Баҡтиһәң, матбуғатҡа материалдарҙы яҙыу­сы Хәким Ғиләжев биргән икән. Мөстәҡим олатайымдың туғандары ла, яҡындары ла был мәҡәләне күреп бик ҡыуана, “Писатели СССР” тигән китаптан Сәйетнияз Атаев хаҡында мәғлүмәт алып, уға рәхмәт хаты яҙалар. Ҡарт олатайым ғүмер буйы йөрәгендә Бөйөк Ватан һуғышы әрнеүҙәрен йөрөткән, яуҙан ҡайҡас, колхоз рәйесе булып эшләгән. Кешелекле, ярҙамсыл ине, тип хәтерләйҙәр бөгөн дә.
Ә Рәлиф олатайым 1989 йылда Мәскәүҙә Йәш яҙыусыларҙың IX кәңәшмәһендә ҡатнашҡанда Төркмән республикаһынан СССР-ҙың халыҡ депутаты, яҙыусы, киносценарист Сәйетнияз Атаевты барып таба һәм яҡты хәтирәләре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. “Яраланған атайыңды госпиталгә мин оҙаттым. “Смерти нет, ребята!” тигән фильмға сценарий яҙғайным, ул экранға сыҡты. Шунда һинең атайыңдың прототибы ла бар. Ғәйрәтле, күңелсәк разведчик итеп һүрәтләнем уны. Фамилияһын да Кинйәбаев тип алдым”, – тип һөйләй С. Атаев.
Бына шулай, батырлығы менән тарихҡа инеп ҡалған олатайым хаҡында кинофильм­дарҙа ла күрһәтелә. III дәрәжә Дан ордены һәм ике хәрби миҙал уға ҡаһарманлығы өсөн бирелгән бит.


Вернуться назад