Талпан ҡаҙалһа...10.04.2015
Талпан ҡаҙалһа... Был бөжәк үҙ ауырлығынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк ҡан һурырға һәләтле. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә.
Талпан еүеш урындарҙы үҙ итә, шуға күрә япраҡлы йәки ҡатнаш үлән үҫкән урмандарҙа айырыуса күп осрай. Күләгәле йырындар, шырлыҡтар, урман шишмәләре буйындағы таллыҡтар, үләнле һуҡмаҡтар ҙа — зарарлы бөжәктең яратҡан төйәге.
Урман һуҡмаҡтары буйында улар күп була, сөнки талпанды үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙең һәм йәнлектәрҙең еҫе ылыҡтыра. Күптәр иһә талпан өҫтән һикерергә һәләтле тип яңылыша: ул ярты метрҙан да бейегерәк булмаған үләнгә, һабаҡҡа, һерәйеп торған ағас ботағына ултырып ҡорбанын көтә, йәбешкәс, уңайлы урын эҙләп, тәнгә ҡаҙала.
Ата талпан ҡорбанының тәнендә оҙаҡ тормай: кәрәгенсә ҡан һурғас, ысҡынырға ашыға. Инә талпандың иһә алты тәүлеккә тиклем йәбешеп тороуы мөмкин. Ул иҫ киткес күп ҡан һура (үҙ ауырлығынан йөҙ тапҡырға күберәк). Туҡ талпандың бармаҡ башы ҙурлыҡ булыуы ихтимал.
Кешеләргә талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле: йоға ҡалһа, нервы системаһын ҡаҡшатыусы талпан энцефалиты һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе мөмкин. Бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, уны махсус лабораторияла ғына тикшереп була. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағынан ҡайтҡандан һуң талпан ҡаҙалғанын күрһәгеҙ, уны тиҙерәк тартып сығарырға, артабан махсус лабораторияға тапшырырға кәрәк. Әгәр ҙә энцефалитлы бөжәк ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән дауалана башлау зарур. Иң яҡшы ысул — иммуноглобулин ҡаҙау. Уның ярҙамында организм вирусҡа ҡаршы көрәшә.




Вернуться назад