Ҡулды ышҡып дауалан10.04.2015
Ҡулды ышҡып дауалан Бармаҡтарҙың һәр ҡайһыһы ниндәй ҙә булһа ағза менән бәйләнештә икәнлеге билдәле. Әҙ генә буш ваҡытығыҙ булһа, бармаҡтарығыҙҙы ыуырға тырышығыҙ. Башта бер минут тирәһе ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыуған кеүек ыуығыҙ. Шулай тән температураһын күтәреп, уны йылытырһығыҙ. Шунан быуындарҙы «уятып» ебәреү өсөн бармаҡтарҙы тиҙ генә йоҙроҡҡа төйнәгеҙ һәм әкрен генә асығыҙ. Унан баш бармаҡтарҙы көс менән, әкрен генә йыйып, ҡапыл ғына турайтығыҙ. Ошо ике күнегеүҙе унар минут яһарға кәрәк.
Быларҙы эшләгәндән һуң, һәр бармаҡты айырым-айырым осонан төбөнә тиклем ыуығыҙ. Ус төбөн һәм беләгегеҙҙе лә ыуырға онотмағыҙ. Бигерәк тә ауыртҡан нөктәләргә иғтибар итергә кәрәк.

Баш бармаҡ үпкә, ҡурылдай һәм бауыр өсөн яуап бирә. Мәҫәлән, йүткереүҙе баш бармаҡҡа массаж яһап, бигерәк тә тырнаҡ төбөнә баҫҡыслап кәметергә, хатта дауаларға була.
Һуҡ бармаҡ ашҡаҙан-эсәк юлдары менән бәйле. Тырнаҡҡа баҫыу ауыҙҙағы ауыртыуҙы, теш һыҙлауын баҫа. Бармаҡтың урта өлөшө ашҡаҙан, бауыр өсөн яуап бирә. Иң аҫҡы өлөшө һәм баш бармаҡ менән имән бармаҡ араһындағы йомшаҡ урын йыуан эсәк менән бәйле.
Урта бармаҡ ҡан әйләнеше менән «дуҫ».
Сығанаҡ бармағығыҙға массаж яһағыҙ, кү­ңел төшөнкөлөгөнән ҡотолорһоғоҙ.
Сәтәкәй бармаҡты ыуып, эс ҡатыуҙан ҡотолорға мөмкин.
Йөрәк тибешен кәметеү, арығанлыҡты бөтө­рөү өсөн, устың иң үҙәк өлөшөнә массаж яһарға кәрәк.


Вернуться назад