Күпме һыу эсергә?10.04.2015
Күпме һыу эсергә? Кеше көн дауамында 2-3 литр һыу эсергә тейеш, быға сәй, төрлө һут, компоттар инмәй. Ҡайнатылмаған һыу эсмәгән осраҡта организмда һыуһыҙлыҡ, уның кибеүе күҙәтелә.

Һыуһыҙлыҡ осоронда организмда ғәйәт ҙур үҙгәрештәр башлана — ҡан тамырҙары мөһим ағзаларҙы һыу менән тәьмин итер өсөн периферик капиллярҙарҙы, һуңынан йыуан тамырҙар көбөн ҡыҫа башлай, биохимик, фермент, гормондар бүлеп сығарыу функциялары боҙола, ҡан, лимфа тамырҙары эшмәкәрлеге һүлпәнәйә, матдәләр алмашыныуы боҙола, шлактар йыйыла. Организмға ярҙам итер өсөн һыу эсеү мотлаҡ: уртаса ауырлыҡтағыларға көндәлек норма – 2,5 литр, 90 килограмдан артыҡтарға – 3 литрға яҡын. Уға таҙартылмаған диңгеҙ тоҙо өҫтәү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк, сөнки унда 80 төрлө минерал бар. Мультивитаминдар ҙа ҙур файҙа килтерә.
Организмда һыу етмәүен нисек билдәләргә?
Һыу етерлек миҡдарҙа булмаһа, бәүел ҡуйы һарыға әйләнә.
Матдә һәм эске ағзаға идара сигналы сафтан сыға. Был осраҡта кеше ни тиклем һыуға мохтаж булһа ла, һыуһау ялған сигнал – асығыу хисе — менән алмашына. Сәй, кеүәҫ, газлы эсемлек, һут, һөт булһынмы – барыһы ла күҙәнәктәрҙе һыуһыҙландыра ғына. Эсәр һыу йөрәк өйәнәге, тамырҙар һығылмалылығын нығыта, бауырға, бөйөргә таш ултырыуҙан ҡаҡшай, күҙәнәктәрҙе кислород менән туйындырыуҙа әһәмиәте ҙур.
* Үҙәк көйгәндә ашарға ярты сәғәт ҡалғас 1 стакан һыу эсеү файҙалы.
*Ҡан баҫымы юғары булғанда ла бәүел ҡыуҙырыусы дарыу урынына һыу эсеү мотлаҡ.
* Иртән йоҡонан торғас, 2-3 стакан һыу эсеү эс ҡатыуҙан һаҡлай.
Тоҙ һәм минералдар.
Организмда һыу күләмен контролдә тотоусы калий, кальций, магний, цинк — иң мөһим минералдар исемлегендә. Күптәр “тоҙһоҙ” диетаға ултыра, уның кире яғы — организм ҡаҡшай, көсһөҙләнә.
Тоҙ стресҡа ҡаршы торорға булышлыҡ итә, шәкәр ауырыуынан яфаланыусыларҙың ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, нервы күҙәнәктәре аша ағзаларға мәғлүмәт ебәрә. Шулай ҙа уның “аҡ үлем” икәнлеген иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Балаларға ғына түгел, ололарға ла әфлисун һуты, банан ҡулланғанда саманы онотмау тәҡдим ителә, сөнки унда калий тоҙҙары күп. Улар үҙ сиратында ҡурылдай быумаһы (астма) өйәнәгенә сәбәпсе. Организмды иң ныҡ һыуһауға дусар итеүсе һәм ағыулаусы булараҡ иҫерткес эсемлектәр – исемлектә беренсе урында. Шулай булғас, эске ағзаларҙың ярҙам һорап өнһөҙ ялбарыуын һиҙемләү менән ишетәйек һәм ярҙам итәйек. Организмда ҡырҡа үҙгәрештәр, йәғни атрофия башланмаҫ элек ябай эсәр һыу менән дауалана башлайыҡ. Һыуҙың тамсыһы ла дауалау көсөнә эйә, шуны хәтерҙән сығармайыҡ.




Вернуться назад