Ҡайын һыуы10.04.2015
Ҡайын һыуы Ҡайын һыуы – бик шифалы эсемлек. Ул ҡанды, үт сығарыу юлдарын таҙарта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, бөйөрҙәге ҡомдо йыуып сығара.

Башҡортостанда ҡайын һыуын апрель урталарында — май баштарында йыялар. Ғәҙәттә, ҡартыраҡ ағастарҙы файҙаланалар. Һыу өсөн быяла һауыт уңайлы. Башта ағасты һаҡ ҡына бер урындан 2-4 сантиметр тәрәнлектә тишәләр. Ябай ғына улаҡ яһап, быяла һауытты тишелгән урын менән тоташтыралар. Бер ағастан 1 литр һыу алырға мөмкин. Тишек яһау өсөн иң яҡшыһы — бырау. Ҡайын һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды балауыҙ, мүк йәки пластилин менән ҡаплайҙар, ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була. Шунһыҙ ағастың ҡороуы бар. Ҡайын һыуын көндөҙ йыялар, көн ҡояшлы булһа, һут та күберәк аға.
Ҡайын һыуын һыуытҡыста ике көн генә һаҡларға була.
Банкала һаҡлау өсөн һыуҙы эмаль һауытта 80 градусҡа ҡәҙәр эҫетеп, быяла банкаға йәки шешәгә тултыралар. Шунан һуң һауыт­ты 85 градустағы ҡайнар һыуҙа 15-20 минут тоталар.
Йүткергәндә ҡайын һыуын кишер һәм шәкәр сиробы менән ҡушып, көн буйы аҙлап эсәләр.
Косметологтар үҙ рецептарын тәҡдим итә. Тәндә экзема, бетсә булһа, шул урынды ҡайын һыуы менән ышҡыйҙар, шулай уҡ уны туңдырып, боҙ шаҡмаҡтары яһап, шуның менән тирене ышҡыу ҙа ыңғай нәтижә бирә. Уны 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки 1 балғалаҡ бал менән бутап, биткә һөртөргә мөмкин.


Вернуться назад