Яҡшы кәйеф менән, ҡабаланмай, бар күңел йылыһын һалып әҙерләнгән ашамлыҡ ҡына тәмле була, тиҙәр. Итальян кухняһына ҡараған, әммә башҡа халыҡтар араһында ла танылыу яулаған лазаньяны бешереү ҙә хужабикәнән түҙемлек, оҫталыҡ һәм ваҡыт талап итә. Тәрбиәләп әҙерләнгән, йомшаҡ ҡамырлы, татлы, туҡлыҡлы эслекле лазанья күптәрҙең күңеленә хуш килә. Шуға һәр кемгә лә был тәмле ризыҡты әҙерләй белеү файҙалы булыр. Лазанья һүҙе, грек теленән тәржемә иткәндә, башлыса “эҫе пластина” йәки “көршәккә теҙеү” тигәнде аңлатҡан. Аҙаҡ Рим халҡы тарафынан үҙләштерелгәс, ул “ризыҡ бешерә торған ҡаҙан” тигән мәғәнәгә эйә була башлаған. Итальян халҡы иһә ошо һүҙ менән әлеге ваҡытта киң таралған лазанья ризығын атап йөрөтә.
Лазаньяны әҙерләү төрҙәре бихисап. Әммә ризыҡтың үҙенсәлегенә әүерелгән өс төп компонентты ҡулланыу мотлаҡ: ҡамыр, томат соусы, бешамель соусы һәм «пармезан» сыры. Икенсел ингредиенттар иҫәбенә ингән шпинат, йәшелсә, бәшмәк, сыр, балыҡ, ит һ.б. рецептҡа ҡарап ҡушыла.
Ҡамыр:
Лазанья ҡамырын магазиндан һатып алырға ла, өй шарттарында үҙебеҙгә лә әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн иләнгән онға йомортҡа, тоҙ, май өҫтәп ҡамыр баҫырға һәм йоҡа итеп йәйергә. Уны тура дүртмөйөш рәүешендә ҡырҡып, ҡайнар һыуҙа бешерергә һәм һарҡытып алырға.
Фарш өсөн:
Һуған менән һарымһаҡты ваҡ итеп турап сығырға.
Кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә.
Помидорҙың тышын әрсеп, блендерҙа йәки ҡырғыста ваҡларға.
Башта үҫемлек майында һуған менән һарымһаҡты, аҙаҡ кишер өҫтәп ҡыҙҙырырға.
Һуңынан фарш һалып, 20-25 минут тирәһе бешергәс, помидор өҫтәп, тағы ла 5 минут тоторға.
“Бешамель” соусы:
Башта аҡ майҙы иретеп алырға кәрәк. Аҙаҡ уға он һалып болғап, бер аҙ ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға.
Артабан һөт ҡойоп, шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғап тоторға.
Соусҡа аҙ ғына тоҙ, мускат сәтләүеге йәки һарымһаҡ ҡушып ебәрергә була.
Классик лазанья әҙерләү өсөн ингредиенттар:
250 г йәймә өсөн 1 литр һөт,1 кг фарш, 100 г аҡ май, 500 г помидор, 100 г он, 200 г һуған, 300 г ҡаты сыр, 150 г кишер, 50 г пармезан сыры, 3-4 һарымһаҡ тырнағы, тоҙ, борос, үҫемлек майы.
Сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә.
Бешереү формаһына лазанья йәймәләрен теҙергә, өҫтөнә ит соусының яртыһын, аҙаҡ «Бешамель» соусының 1/3 өлөшөн ҡойорға.
Ҡырылған сырҙы һибеп, уны лазанья ҡамыры менән ҡаплап сығырға.
Икенсе ҡатҡа ҡалған ит соусын ҡойоп, өҫтөн «Бешамель» менән һыларға ла сыр һибергә. Иң өҫтөнә йәймәләрҙе теҙеп, соус менән буяп ҡуйырға.
Табаны 180°С ҡыҙыулығындағы мейестә 40-45 минут бешереп алғас, өҫтөнә ҡырылған пармезан һибеп, тағы ла 5-10 минут тоторға.
Лазаньяға томат соусы ла әҙерләргә мөмкин. Уның өсөн ҡыҙҙырылған һуған, кишер, һарымһаҡ өҫтөнә помидор, тоҙ, борос өҫтәп, 20-25 минут бешереп алырға кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!