“Башҡортостан”ды 60 йыл уҡыйым10.04.2015
Төп баҫмабыҙ булараҡ, ул башҡа гәзит-журналға өлгө күрһәтеп, яңынан-яңы рубрикалар аса, тематикаһын да байыта. Хаҡтар арта, әммә яҙылырға теләге булғандарға әмәле табыла.


Мин үҙем 1953 йылда уҡытыу­сылыҡ хеҙ­мәтен башлағандан бирле “Башҡортос­тан”­ды өҙлөк­һөҙ алдырам, ул беҙҙең өсөн – ғаилә гәзите. Әле хәреф таны­ма­ған ваҡытта уҡ атайым, тубыҡ­тарына ултыртып алып, беҙҙе гәзит уҡырға өйрәткән. Ғәзиз кешем – сәйәси золом ҡорбаны, шуға ла был баҫманы уның ҡомартҡыһы итеп һанайым.
Гәзит-журнал алдырыуымдың үҙ ысулы бар: пенсия килгән һа­йын бер-ике баҫмаға яҙыла-яҙы­ла “план”ым үтәлә. Өҫ­тә­лем­дә әле 15 төрлө квитанция ята, “Баш­ҡорт­ос­тан”ды күрше­ләргә йә өй­ҙә­ренән сыға алмай ултыр­ған пенсионерҙарға ебәрәм. И. Һи­ҙиә­тов исемендәге хосписҡа – ике баҫ­ма, атайымдың тыуған ­ауы­лындағы китапханаға – “Киске Өфө”, указ­лы мулла Илһам ола­тайымдың ауылындағы балалар йортона ла гәзит яҙҙырып, квитанцияларын үҙҙәренә ебәр­ҙем. Өйөмдә йыйылып киткән­дәрен дә даими таратып торам. Подпис­каның дөйөм хаҡы алты мең һумға етә.­
Беҙҙең быуын күп уҡый тор­ғандарҙан. Мин дә йәшәүҙе китап, гәзит-журналһыҙ күҙ алдына килтермәйем. Хаҡтар артып тороуына ҡарамай, намыҫ ҡушыуы буйынса милли баҫмалар менән дуҫлығыбыҙҙы өҙмәйбеҙ.

Нәғимә ИЛҺАМОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.





Вернуться назад