Яңыға, иҫкегә ҡарамайЯңы төҙөлгән йорттан фатир һатып алған осраҡта ғына һалым ҡайтармаһын юлларға мөмкинме?
Д. ЗӘЙНУЛЛИН.
Салауат ҡалаһы.
Был бөтөнләй дөрөҫ түгел. Фатир менән бәйле ташламаға икенсел торлаҡ алыусыларҙың да дәғүә итеүе мөмкин. Коммуналь фатирҙан бер бүлмә йәки фатирҙан өлөш, хатта йорто булған ер участкаһы һатып алған осраҡта ла һалым ҡайтармаһы бирелергә тейеш. Был хаҡта Рәсәй Ћалым кодексының 220-се статьяһында яҙылған.
Ете ҡат
үлсә...Фатир һатып алырға теләйем. Ипотека кредитының процент дәүмәле эш хаҡының күпме өлөшөн тәшкил итергә тейеш?
Ѓәзим.
Тәтешле районы.
Бар нәмәнән дә баш тартмайынса йәшәү өсөн кредит ставкаһы яҡынса 30 процент булырға тейеш тип иҫәпләйҙәр. Єммә унан да кәмерәк икән, тағы яҡшыраҡ, сөнки бурысты ҡаплау еңелерәк. Дөйөм алғанда, ипотека программаһын һайлағанда түбәндәгеләргә иғтибар итеү хәйерле:
lтәүге иғәнәне күпме күләмдә бирә алаһығыҙ; ғөмүмән, һеҙгә күпме аҡса кәрәк;
lкилемегеҙгә ҡарап айына нисә һум түләп бара алаһығыҙ;
lкүпме ваҡытҡа иҫәп тотаһығыҙ.
Бының өсөн Интернет селтәренә инеп, айлыҡ килемегеҙҙе иҫәпләү мөмкинлеген биргән махсус программа-калькуляторҙы файҙаланырға була.
Эш договорға ҡул ҡуйыуға барып етһә, документтың тәүге битендәге өҫкө уң өлөштә кредиттың суммаһы яҙылған квадрат рамкаға иғтибар итегеҙ.
Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА
алып бара.