Ҡаргиҙәр эшләгән Фәнис10.04.2015
Ҡаргиҙәр эшләгән Фәнис “Тырышҡан таш ярыр”, ти халыҡ мәҡәле. Әммә таш ярыуҙан алда “баш ярырға” – уйларға, фекер тупларға – кәрәк. Бөгөн берәүҙәр, ауылда эш юҡлыҡҡа һылтанып, аҡсаны әҙ түләйҙәр, тип өйҙә тик ятһа, икенселәр, тормоштоң дилбегәһен үҙ ҡулына алып, бына тигән итеп донъя көтә.
Шундай йүнсел, тәүәккәлдәрҙең береһе Салауат районының Ахун ауылында йәшәй. Фәнис Нуриев, юҡтан бар итеп, теләһә ҡайҙа ятҡан тимер-томорҙан да һоҡландырғыс техника ҡороп ҡуя.
Ҡаргиҙәр эшләгән ФәнисБәләкәйҙән атаһынан һәр эшкә өй­рәнеп, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә Фәнис. Балта оҫтаһы Анис ағай улында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, техника нескәлектәренә төшөндөрә. Бә­ләкәй сағынан уҡ Фәнис үҙе велосипед, мотоцикл йыя. Әкренләп ҡат­мар­лыраҡ техникаға тотона һәм бәләкәй генә йөк машинаһы эшләп ала. Ауыл хужалы­ғында ул ярап ҡала – урманға йөрөй, малдарына етерлек бесән әҙерләй, ер эшкәртә. Ауылдаштарының үтенесен дә кире ҡаҡмай, һәр ваҡыт ярҙам итә ул.
Ә быйыл тәүәккәл уҙаман ауылдаштарын тағы ла нығыраҡ аптыратты: тимер-томорҙан ҡаргиҙәр эшләп алды. Хәҙер уға машина менән үтә алмаҫлыҡ ҡар һалған юлдар бер ни түгел, кәрәкле урынға һә тигәнсе елдереп барып та етә.
Ҡатыны Нәркәс иренең үҙенсәлекле шөғөлөнә ыңғай ҡарашта, уны һәр ваҡыт дәртләндереп, ярҙам итеп тора. Берҙән-бер ҡыҙҙары әсәһе эргәһендә уралһа, улдары атаһынан айырылмай. Ринат та алтын ҡуллы техника оҫтаһы булмаҫ тимә.





Вернуться назад